12:57 (UTC+5), 18 Июнь 2010

Башсельхозтехника иҫке техниканы яңыһына алмаштырыу программаһын ғәмәлгә ашыра

Ғәлиә Нәбиева
«Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы яңы программаһын ғәмәлгә ашырыуҙы башлай. Ул ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу өсөн әҙерләнгән һәм иген менән мал аҙығы урыусы иҫке комбайндарҙы яңыһына алмаштырыуҙы (утилләштереүҙе) күҙ уңында тота.
Үҙ быуатын тултырған баҫыу караптарын тапшырып, аграрийҙар ҙур ташламалар менән Агромашхолдинг маркаһындағы яңы машиналарҙы һатып алыуға мөмкинлек аласаҡ.
Һәр ауыл хужалығы тауарын етештереүсе был программала ҡатнаша ала. Бының өсөн Башсельхозтехниканың дилер үҙәгенә артабанғы утилләштереү менән комбайнды учеттан төшөрөү тураһында белешмә тапшырырға кәрәк. Белешмәне Дәүләт техник күҙәтеүҙең урындағы бүлексәһе бирә. Бынан тыш, предприятиеңдың төп средстволары балансынан сығарыу тураһында акттың күсермәһе лә кәрәк буласаҡ.
Документтар тапшырғандан һуң ҡулланыусыға Красноярск комбайндар заводында етештерелгән яңы комбайнды һатып алғанда 250000 һум алыуға хоҡуҡты раҫлаусы Агромашхолдингтың номерлы сертификаты бирелә.
Ошондай уҡ тәртип, сылбырлы тәгәрмәсле тракторҙы иҫәпкә алмағанда, урман әҙерләү техникаһын һатып алғанда ла ҡаралған (дилер 200000 һумға сертификат бирә).
Ә харвестер һатып алғанда 2000000 һумға сертификат тапшырыла.
Файҙаланыуҙан алынған техниканы тапшырыуҙың талап ителмәүе был программаның өҫтөнлөгө булып тора. Ауыл хужалығы тауары етештереүселәр өсөн был эште күпкә еңелләштерә. Иҫке техника хужалыҡта ҡала, һәм крәҫтиән уның менән нимә эшләрен үҙ мәнфәғәтенән сығып хәл итеүгә хоҡуҡлы.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Башсельхозтехникаға шылтыратып белешергә мөмкин: (347) 272-13-01, 229-59-72.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика