10:08 (UTC+5), 18 Июня 2010

Башҡортостан Төҙөүселәр союзына йәнә биш ойошма ингән

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан Республикаһы Төҙөүселәр союзы йәнә биш ағзаға артты. Был Өфөлә үткән Төҙөүселәр союзы йыйылышы йомғаҡтары буйынса билдәле булды. Хәҙер республиканың үҙ-үҙен көйләүсе төҙөлөш ойошмаһына ингән ағзалар иҫәбе 375 компанияға етте.
Йыйылышта дисциплинар йоғонто, эшкә рөхсәт биреү, 2009 йыл өсөн бухгалтерия отчетын раҫлау һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙар тикшерелде. Капиталь төҙөлөш объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә айырым иғтибар бирелде. Сарала хәүефһеҙлеккә йоғонтоһо булған эш төрҙәренең яңы исемлеге раҫланды. Уға ярашлы, уғата хәүефле объекттарға талаптар билдәләнде. БР Төҙөүселәр союзының башҡарма директоры Виктор Коротун әйтеүенсә, яңылыҡтар кадрҙар менән тәьмин итеүгә, квалификация күтәреүгә, мөлкәт һәм документтарға ҡағыла.
— Был талаптар төҙөлөш компаниялары өсөн мөһим документ булып тора, — тине Виктор Иванович. – Улар нигеҙендә ойошмаларға хәүефле объектарҙа эшләүгә рөхсәт бирелеүе тураһында таныҡлыҡ тапшырыласаҡ. Шуға күрә күпселек компанияларҙа таныҡлыҡ алыу менән ауырлыҡтар тыумаҫҡа тейеш. Әммә шуныһы ғәжәпләндерә, яңы исемлектә инженер селтәрҙәре тураһында талаптар юҡ. Төҙөлөш нормативтарында һәм ҡануниәттәге йыш индерелгән үҙгәрештәр үҙ-үҙен көйләүсе төҙөлөш ойошмаларына һәр ваҡыт ыңғай ғына тәьҫир итмәй. Шулай ҙа беҙ алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алырбыҙ һәм Башҡортостан төҙөлөш индустрияһы үҫешендә әүҙем ҡатнашырбыҙ, тип ышанабыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика