11:13 (UTC+5), 17 Июнь 2010

Башҡортостан һәм Ленинград өлкәһе киләсәккә нигеҙ һала

Юлай Мәғсүмов
Санкт-Петербургта бөгөн, 17 июндә, XIV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы эшләй башланы. Ул донъяның төп сәйәсмәндәрен һәм бизнесмендарын берләштерә, улар Рәсәй, үҫешеүсе баҙарҙар һәм донъя берләшмәһе алдында торған төп проблемаларҙы билдәләү һәм тикшереү, дөйөм маҡсатты эҙләүгә һәм хәл итеү варианттарын табыуға кәрәкле көстәр йәлеп итеү өсөн осраша. Форумдың төп майҙансығы булып «Ленэкспо» күргәҙмә комплексы павильондары торасаҡ.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге Башкортостан делегацияһы ла ҡатнаша.
Санкт-Петербургка сәфәр сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ленинград өлкәһе Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы – Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең йыл һайын үткәрелеп килгән төп иҡтисади саммиты. Уны «Русский Давос» тип тә атайҙар. Ойоштороусыһы булып Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы тора. Беренсе форум 1997 йылда үткәрелгәйне.
Быйылғы форум «Киләсәк өсөн нигеҙ һалып» девизы аҫтында үтә. Форум пленар ултырыштар, түңәрәк өҫтәлдәр, эшлекле осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр формаһында ойошторолған. Быйыл форумға 2300-ҙән ашыу ҡатнашыусы килгән, улар иҫәбендә 50-нән ашыу сит ил делегацияһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика