10:26 (UTC+5), 16 Июня 2010

Раил Сарбаев Moody’s Investors рейтинг агентлығы вәкилдәре менән осрашты

Михаил Сытин
Төбәк иҡтисадының кредит түләүгә һәләтлелеге һәм республиканың инвестицион үҫеш перспективалары бөгөн Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Раил Сарбаев менән Moody’s Investors Service Inc компанияһының баш аналитигы, вице-президент Александр Прокловтың эш осрашыуында тикшерелде .
Иң абруйлы рейтинг агентлығының береһе Moody’s Investors Service Inc аналитиктары Башҡортостанға төбәктәге социаль-иҡтисади хәлде билдәләү, хәүефтәрҙе анализлау өсөн материалдар йыйыу һәм аналитик тикшереүҙәр үткәреү өсөн килгән. Тәүге тапҡыр Башҡортостанға кредит рейтингы 2001 йылдың апрелендә билдәләнгән һәм ул даими раҫланып торған. Ун йыл хеҙмәттәшлек итеү дәүерендә агентлыҡ республиканың кредит рейтингын өс тапҡыр күтәрҙе.
Уҙған йылда агентлыҡ аналитиктары Башҡортостандың юғары кредит рейтингын һәм республика иҡтисады үҫеше тотороҡлоғон раҫланы - Ba1, тотороҡло, һәм был финанс көрсөгө арҡаһында ҡайһы бер илдәрҙең кредит рейтингы кәметелгән, ә бер нисә Рәсәй Федерацияһы субъектының рейтингын күҙаллау “кире”гә үҙгәртелгән осраҡта.
Әлеге визиттары дауамында агентлыҡ белгестәренә төбәк иҡтисадының төп блоктары – Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше, мөлкәт комплексы менән идара итеү, бюджет һәм бурыс сәйәсәтен үтәү буйынса тулы мәғлүмәт бирелгән. Бер нисә ай эсендә Moody’s аналитиктарына материалдарҙы анализлап, төбәк иҡтисады торошо хаҡында ентекле иҫәп-хисап әҙерләргә тура киләсәк.
Осрашыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – финанс министры Айрат Ғәскәров та ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика