18:11 (UTC+5), 16 Июня 2010

Өфөлөләрҙең уртаса эш хаҡы 20 600 һумға етте

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә уртаса эш хаҡы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда һиҙелерлек артты. Яңыраҡ ул 20 меңлек кәртәне үтте һәм бөгөн 20 600 һум самаһы тәшкил итә. Был турала Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, ҡалала йәнә эш хаҡын түләү менән бәйле хәлдәр ҙә тотороҡланған. Әлеге ваҡытта ҡала предприятиелары һәм ойошмаларының хеҙмәткәрҙәре алдында бурысы юҡ тиерлек, ә эш хаҡының тотҡарланыуы һирәк күренеш.
Павел Качкаев билдәләүенсә, хеҙмәт баҙарында дөйөм алғанда ыңғай динамика күҙәтелә. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың май айында эшһеҙлек кимәле уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 10 процентҡа кәмегән, ә хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты бер проценттан да түбәнерәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика