Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Июнь 2010, 12:35
“Роспотребнадзор” идаралығы 6 партия сифатһыҙ продукттарҙы бракка сығарҙы
Һуңғы тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса “Роспотребнадзор”ҙың БР буйынса идаралығы белгестәре «Универсал-Трейдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә алты партия сифатһыҙ аҙыҡ-түлекте бракка сығарҙы. Атап әйткәндә, «Восход» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Птичка» торты һатыуҙан алынды. Ул яраҡлылыҡ срогы үткәс тә һатылған булған. Шәхси эшҡыуар Подгузов кафеһында 9,4 килограмм кондитер изделиелары һатыуҙан алынды һәм юҡ ителде.
Бынан тыш, шәхси эшҡыуар Сәмиғуллиндың «Mascotte» магазинында Ҡытайҙа, Рәсәйҙә, Словакияла, Португалияла етештерелгән 51 пар сифатһыҙ ҡатын-ҡыҙҙар аяҡ кейеме асыҡланды. Уны һатыу туҡтатылды.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бөтәһе 102 объектта юридик шәхестәрҙең һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың мотлаҡ талаптарҙы күҙәтеүен тикшерҙе. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөү буйынса 9 күрһәтмә бирелде, 338,4 мең һумға 71 штраф һалынды.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
сифат
тикшереү
роспотребнадзор
Читайте нас: