06:56 (UTC+5), 15 Июня 2010

Һауыттарға тултырылған һыу етештереүселәр ассоциацияһы ойошторолдо

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Экологтар союзы Һауыттарға тултырылған һыу етештереүселәр ассоциацияһын ойошторҙо. Был турала ҡарар ойоштороу йыйылышында ҡабул ителде. БР Экологтар союзы рәйесе Александр Веселовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, «Башҡортостандың саф һыуы» исемле яңы ойошма һатып алыусылар талабын киңәйтеүҙе һәм республикала һауыттарға тултырылған һыу баҙарын ялғандан һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.
Һыу сифаты тураһында хәстәрлек күрәсәк яңы ойошманы ойоштороусылар араһында «Таймас», «Красный ключ», «Чистая вода «Кристальная», «Приуральская», «Кургазак», «Серебряная вода» һәм башҡа етештереүсе предприятиелар бар.
Коммерция булмаған яңы берекмә һауыттарға тултырылған һыуҙарҙы тәмләп ҡарау конкурстары үткәрәсәк, продукцияның был төрөнөң сифатын тикшереп торасаҡ, һатып алыусылар талабын көйләү юлы менән сифатлы һәм хәүефһеҙ һыуҙар сығарыуҙы стимуллаштырасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика