Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Июнь 2010, 12:02

Өфөлә йәнә бер ер аҫты үткәүеле төҙөлөүе ихтимал

Өфө хакимиәте Октябрь проспектының «Үҫмерҙәр китапханаһы» туҡталышында йәнә бер ер аҫты үткәүелен төҙөү мәсьәләһен тикшерә. Был турала кисәге матбуғат конференцияһында хакимиәт башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.
—Октябрь проспектында берәү урынына бер нисә ер аҫты үткәүеле төҙөгәндә лә ҡамасауламаҫ ине, - тине ул. – Был йәйәүлеләргә лә, водителдәргә лә уңайлы буласаҡ.
Әммә үткәргестәр төҙөү мәсьәләһен, Павел Качкаев әйтеүенсә, беренсенән, бындай проекттар хаҡының юғары булыуы, икенсенән, уларҙың оҙаҡ башҡарылыуы тотҡарлай. Мәҫәлән, бер үткәүел төҙөр өсөн үҙебеҙҙәге төҙөлөш ойошмаларына ярты йыл тирәһе ваҡыт кәрәк. Хәйер, Павел Качкаев әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ҡала хакимиәте үткәргесте сағыштырмаса юғары булмаған хаҡҡа бер ай эсендә төҙөргә һәләтле сит ил фирмаларының береһе менән һөйләшеүҙәр алып бара. Әгәр һөйләшеү уңышлы тамамланһа, яңы ер аҫты үткәүеле төҙөлөшө мәсьәләһе ыңғай хәл ителәсәк.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: