15:32 (UTC+5), 08 Июня 2010

ӨМЭПБ-ла утҡа сыҙамлы яңы иретмә файҙалана

“Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә прогрессив технологиялар һәм инновацион материалдар ҡулланыу продукция сифатын яҡшыртырға ғына түгел, ярайһы ҙур суммаларҙы экономияларға ла мөмкинлек бирә. Бер йыл элек, мәҫәлән, ӨМЭПБ-ның бер нисә цехында ҡорамалдарҙың йылытыу элементтарында нихром урынына арзаныраҡ материал – еврофехраль файҙалана башланы.
«Әлегә был һүҙ ҡолаҡҡа ят һымаҡ яңғырай, әммә заводтың ҡойоу һәм термик бүлексәләрендә яңылыҡты баһалап өлгөрҙөләр», — тинеләр предприятиенан.
Белгестәр аңлатыуынса, бер нисә мөһим характеристикаһы буйынса еврофехраль нихромдан күпкә өҫтөн. Эшләгәндә яңы иретмәнең максималь температураһы 1350 градус тәшкил итһә, нихромда ул 1200-гә тиң. Йәнә составы буйынса утҡа сыҙамлы иретмә күпкә арзаныраҡ килеп сыға: унда, мәҫәлән, ҡиммәтле никель юҡ. Еврофехраль ҡулланыу арҡаһында берекмә алты миллион самаһы һумды һаҡлап алып ҡалған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика