Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Июнь 2010, 15:49

Башҡортостан делегацияһы Рәсәй агросәнәғәт ойошмаһының X съезында ҡатнаша

Бөгөн Мәскәүҙә Рәсәй агросәнәғәт ойошмаһының Х съезы үтә. Унда Рәсәйҙең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында агросәнәғәт комплексы идаралығы органдары етәкселәре, тармаҡтың атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре, агрария хәрәкәте ветерандары һәм башҡалар йыйылған. Съезд эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, аграр форумда Рәсәй агросәнәғәт космплексын модернизациялауҙың төп йүнәлештәре тикшереләсәк. Төбәк вәкилдәре ерҙән файҙаланыу, ауыл хужалығы өсөн машиналар төҙөлөшө, малсылыҡ, ауыл хужалығы баҙарҙары, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте мәсьәләләрен үҙ эсенә алған саралар комплексын ғәмәлгә ашырыу барышы тураһында мәғлүмәт бирәсәк. Съезда 2015 йылға тиклемге осорҙа Рәсәй Агросәнәғәт ойошмаһы үҫеше концепцияһы тәҡдим ителәсәк.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: