05:42 (UTC+5), 04 Июня 2010

«НефАЗ» йәмғиәтенда 2009 йыл йомғаҡтары буйынса продукцияның үҙҡиммәте 354 миллион һумға кәмегән

Любовь Колоколова
«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 2009 йылда продукцияның үҙҡиммәтен 354 миллион һумға кәметә алған. Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, бындай иҡтисади һөҙөмтәгә заводтың «НефАЗ производство системаһы» программаһын ғәмәлгә ашырыу арҡаһында өлгәшелгән.
Белгестәрҙең аңлатыуынса, сығымдарҙың кәмеүе производство эшмәкәрлегенең байтаҡ йүнәлешенә ҡағылған. Мәҫәлән, конструктор-технологик саралар буйынса сығымдарҙы кәметеү иҫәбенә 23 миллион 665 мең һум экономия яһалған. Тауар-матди ҡиммәттәр һатып алыуға сығымдарҙы кәметеү 74 миллион 887 мең һумлыҡ экономия биргән. Инструменттар һатып алыу хаҡтары төшөүенән - 4 миллион 291 мең, энергия ресурстарына сығымдарҙы аҙайтыуҙан иһә 21 миллион 127 мең һум янда ҡалған, цехтарҙа төп һәм ярҙамсы материалдарға, завод эсендәге транспортҡа ҡағылышлы экономия – 17 миллион 886 мең һум. Бынан тыш, персонал иҫәбен һәм хеҙмәт хаҡына сығымдарҙы оптималләштереү 121 миллион 307 мең һумды һаҡлап алып ҡалған, автотехникаға хаҡтарҙы оптималләштереүҙән 76 миллион 516 мең һум экономияланған. Башҡа төрлө сығымдарҙы ҡыҫҡартыу 14 миллион 466 мең һум күләмендә экономияға килтергән.
Тап ошо «НефАЗ производство системаһы» сараларын бойомға ашырыу коллективҡа уғата ҡатмарлы көрсөк йылын зыянһыҙ тамамларға мөмкинлек биргән, тип иҫәпләй белгестәр.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика