15:29 (UTC+5), 01 Июня 2010

Өфөлә халыҡ-ара төҙөлөш форумы асылды

Өфөнөң Спорт һарайында «Ҡала. Архитектура һәм төҙөлөш» халыҡ-ара төҙөлөш форумы эшләй башланы. Уны Өфө хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы, Башҡортостан республика фәнни-техник төҙөүселәр йәмғиәте һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында «БашЭКСПО» күргәҙмә үҙәге ойошторҙо.
Төҙөлөш индустрияһы үҫеше яңы технологияларҙы үҙләштереүгә, юғары етештереүсәнле техника һәм ҡорамалдар ҡулланыуға, кәрәкле инвестициялар йәлеп итеүгә бәйләнгән. Башҡортостан Республикаһының интенсив торлаҡ һәм сәнәғәт төҙөлөшө алып барған төҙөлөш предприятиелары өсөн тармаҡтың бөтә яңылыҡтары хаҡында хәбәрҙар булыу бик мөһим. Шуға күрә был күргәҙмә элеккесә профессионалдарҙың осрашыу урыны булып ҡала.
— Көрсөккә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда төҙөлөш индустрияһы эҙмә-эҙ үҫешә, торлаҡ төҙөлә, — тине форумды асыуҙа БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин. Республика етәкселеге ярҙамы арҡаһында аҙ ҡатлы төҙөлөш программаһы яңы импульс алды. Сит ил төҙөлөш фирмаларының күбеһе үҙе өсөн перспективалы Башҡортостан баҙарын аса.
— Был күргәҙмәне республиканың күп халҡы түҙемһеҙлек менән көтә, — тип белдерҙе БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Алексей Никин. – Төҙөлөш өлкәһендә беҙҙең белгестәребеҙ байтаҡ.
Форум эшендә Башҡортостандан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 150-нән ашыу компания ҡатнаша. Уларҙың 70 процентҡа яҡыны – етештереүселәр. Ҡатнашыусылар араһында Германия, Италия, Франция, Финляндия, Төркиә һәм Беларусь вәкилдәре байтаҡ. Күргәҙмә ҡунаҡтары заманса төҙөлөш материалдары, өр-яңы технологиялар, техник коммуникациялар, архитектура һәм дизайнер эшкәртмәләре менән таныша ала.
Форум программаһы сиктәрендә «Иң яҡшы төҙөлөш продукты» һәм «Иң яҡшы сауҙа-төҙөлөш предприятиеһы» номинациялары менән «Йыл һайлауы» тармаҡ конкурсы һәм «Лотостройка» уйыны үткәреләсәк, бик күп наградалар һәм приздар тапшырыласаҡ. Шулай уҡ бер нисә семинар үткәреү планлаштырылған.
Халыҡ-ара төҙөлөш форумы үҙ эшен 4 июндә тамамлаясаҡ.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика