06:33 (UTC+5), 31 Мая 2010

Белорет металлургия комбинатының метрология хеҙмәте – Башҡортостанда иң яҡшыларҙың береһе

Эльвира Латипова
«Мечел» компанияһына ҡараған «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Метрология һәм стандартизация хеҙмәте «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы метрология хеҙмәте» конкурсында икенсе урын алған.
Был республика конкурсы тәүге тапҡыр үткәрелә. Ул республиканың төрлө ойошмалары һәм предприятиеларынан 20-нән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Меңдән ашыу кеше эшләгән “Белорет металлургия комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең метрология һәм стандартизация хеҙмәте лә улар иҫәбендә.
Конкурс программаһы метрология хеҙмәтен ҡылыҡһырлаған һәр төрлө һорауҙы үҙ эсенә ала. Квалификациялы белгестәр менән тәьмин ителеше, метрология хеҙмәте тураһында положениеның булыуы, үлсәү сараларын ремонтлауға лицензия, калибровкалау эштәрен үткәреү хоҡуғын алыуға аккредитация, үлсәү эталондары булыуы, ҡулланылған ҡорамалдарға аттестация, метрологик экспертизалар, метрологик контроль, предприятиела үлсәү сараларын ҡулланыу һәм уларҙың торошон күҙәтеү күрһәткестәре иҫәпкә алынды.
Белорет металлургия комбинатының Үҙәк метрология лабораторияһы эшенең сифатына дәғүәләрҙең булмауы уның эшенең ыңғай күрһәткесе булып тора. «БМК» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Үҙәк метрология лабораторияһы коллективы менән билдәләнгән күрһәткестәр үлсәүҙәрҙе дөйөмләштереүҙе тәьмин итеү буйынса мәсьәләләрҙең үтәлешен раҫлай һәм предприятиеға юғары стандарттарға яуап биреүсе продукция етештерергә мөмкинлек бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика