11:33 (UTC+5), 31 Май 2010

"Башсельхозтехника" "Рәсәй агросәнәғәт комплексын модернизациялау" программаһында ҡатнаша

Ғәлиә Нәбиева
"Ростсельмаш" компанияһының рәсми дилеры булараҡ «Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы "Рәсәй агросәнәғәт комплексын модернизациялау" программаһында ҡатнаша. Уның сиктәрендә Ростсельмаш компанияһы Rostselmash һәм Versatile маркаһындағы иген урыусы һәм мал аҙығы культураларын йыйыусы комбайндар, яңы тракторҙар һатып алыуға субсидиялар бирәсәк. Яңы техника һатып алғанда субсидия алыу өсөн иҫке техниканың файҙаланыуҙан сығарылыуы хаҡында мәғлүмәт тапшырырға кәрәк.
Шул рәүешле техниканы яңыртыу проблемаһы хәл ителә. Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙең һәр ауыл хужалығы етештереүсеһе хужалыҡта булған техниканың Дәүләт техник күҙәтеүҙә иҫәптән алыныуы һәм файҙаланыуҙан сығарылыуы тураһында дилер үҙәгенә документ тапшырып, ауыл хужалығы техникаһын яңырта ала. Алмашҡа "Ростсельмаш" компанияһының дилер үҙәгендә ул яңы комбайн йәки трактор һатып алыуға сертификат аласаҡ. Субсидиялар күләме аныҡ билдәләнгән һәм һайланған ауыл хужалығы машинаһының маркаһынан тора.
Иҫке машинаны тапшырырға кәрәкмәүе - программаның өҫтөнлөгө, был программала ҡатнашыуҙы күпкә еңелләштерәсәк.
Яңы техника төбәктәргә барып еткән. Сертификат биреү тураһында ҡарар бер йыл дауамында ҡабул ителәсәк.
Программала маркаһының, сығарылған йылының ниндәй булыуына, ҡайһы илдә етештерелеүенә һәм нисә йыл файҙаланыуына ҡарамаҫтан, теләһә ниндәй иҫке иген урыусы һәм мал аҙығы культураларын йыйыусы комбайн һәм тракторҙар ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика