Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
+0.05
93.01
-0.12
68.28
-0.36
20+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Май 2010, 16:02

Мортаза Рәхимов Учалы тау-байыҡтырыу фабрикаһында булды

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эш визиты менән Учалы тау-байыҡтырыу фабрикаһында булды. Ул «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең алдынғы бүлексәләренең береһе. 2000 йылдан башлап фабрикала реконструкция алып барыла. Фильтрлау-киптереү бүлегендә яңы заманса ҡорамалдар урынлаштырылған. Төп корпуста бар флотация паркын реконструкциялау буйынса эштәр башҡарылған. Иҫкергән флотомашиналар урынына үҙебеҙҙең илдә етештерелгән юғары технологиялы аналогтар ҡуйылған. Әлеге ваҡытта флотацияның өҫтәмә дүртенсе секцияһы төҙөлөшө алып барыла. Ваҡлау бүлегендә автоматлаштырылған гидроциклон ҡулайламалар монтажланған.
Мортаза Рәхимов яңы ҡорамалдар менән танышты һәм уларға юғары баһа бирҙе. Республика башлығы еңел булмаған эштәрендә Учалы таусыларына уңыштар теләне.
Быларҙан тыш, байыҡтырыу фабрикаһының төп корпусында руда ваҡлау өсөн яңы ҡоролмалар ҡуйылған. Был принципиаль яңы технология — 12 метр бейеклектәге үтә ныҡ ваҡлаусы вертикаль VERTIMILL тирмәне. Уның эше элекке горизонталь тирмәндәрҙән айырыла. Корпусы хәрәкәтләнмәй, эсендә шнек ҡуйылған, шуның әйләнеүе арҡаһында тартыусы шарҙар менән продукт ышҡылып ваҡлана. Яңы тирмән элекке технологиялар менән сағыштырғанда минералдарҙы тәрәнерәк эшкәртеүгә өлгәшергә, шуның арҡаһында байыҡтырыу күрһәткестәрен арттырырға мөмкинлек бирә.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы Радик Йәһүҙин: «Был тирмәнде беҙ 8 йыл көттөк. Уны һатып алыу менән бәйле процесс күп хеҙмәт талап итте, әммә барыбыҙ ҙа был ҡорамалды индереүҙең мөһимлеген аңлайбыҙ. Беҙ, Учалы таусылары, яңы технологияларҙың һөҙөмтәлелегенә ышанабыҙ», - тине.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: