Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Май 2010, 11:14

Эшҡыуарҙар өсөнсө тапҡырына һөнәри байрамдарын билдәләне

Республика бизнес-ширҡәте өсөнсө тапҡырына Рәсәй эшҡыуарҙары көнөн байрам итте. Быйыл ойоштороусылар — «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы — юғары раут форматынан ситләшеп, йыйылыу урынын Өфөнән алыҫ түгел Йәмле күл янына күсерергә ҡарар итте.
Бөтә республиканан бизнесмендарҙы ҡотларға БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин, БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды генераль директоры Илдар Байбулатов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Дмитрий Купцов, БР Кредит ойошмалары ассоциацияһы рәйесе Айҙар Зөбәйеров килде.
Бизнесты яҡлау буйынса йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ иткән өсөн рәхмәт билдәһе итеп иҫтәлекле дипломдар тапшырылды.
«Чародеи» шоу-студияһының сығышы, Самат Макаев башҡарыуында шлягерҙар һәм Марсель Йосоповтан утлы шоу кисә ҡунаҡтарының хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.
—Рәсәй эшҡыуарлығы көнө кеүек бындай саралар, һис шикһеҙ, мөһим. Беҙ коллегалар менән эш шарттарында осрашырға, һәр ваҡыт ниндәйҙер кисектергеһеҙ мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнеүгә күнеккәнбеҙ. Бындай атмосферала үҙеңде һәр ваҡыт көсөргәнештә тотаһың, ә инде ҡатмарлы мәсьәләләргә “ял иткән” күҙлектән ҡараһаң, улар сиктән тыш сетерекле лә булмауын күрәһең бит. Тап шуға күрә лә коллегалар менән тәбиғәт ҡосағында йыйылышып, ябай аралашыу мөмкинлеге — күп проблемаларҙы хәл итеүгә аҙым ул, — тип иҫәпләй «Йәйғор» компаниялары төркөмө президенты, «Рәсәй терәге» Өфө бүлексәһе етәксеһе Дмитрий Щербацкий.
Автор:Любовь Колоколова, Ксения Баранова
Читайте нас: