10:27 (UTC+5), 28 Мая 2010

Башҡортостанда мал аҙығын урып-йыйыу техникаһына техник тикшереү үтә

Рәсүл Хәмиҙуллин
«Башҡорт» машина-технологик станцияһының Шишмә филиалында мал аҙығын урып-йыйыу техникаһына дәүләт техник күҙәтеү үткәреүгә күрһәтмә семинар-кәңәшмә үтте. «Полесье» һәм «Дон-680» комбайндары, шулай уҡ үҙ йөрөшлө «Мак Дон» сапҡыстары өлгөһөндә технологик көйләү буйынса һәм айырым быуын һәм агрегаттарҙың эшләү үҙенсәлектәренә аңлатма бирелде.
Барыһы 25 берәмек мал аҙығы культураларын урыу техникаһы тикшерелде. Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт техник күҙәтеү начальнигы Ринат Ғәлимов әйтеүенсә, тикшереү һөҙөмтәһендә етди ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланмаған.
— Уңыш сифаты техниканы хәүефһеҙ һәм белеп ҡулланыуҙан тора, - тип билдәләне Ринат Сәхи улы. – Шуға күрә машиналарҙы төҙөк хәлдә тотоу һәм улар менән идара итеүҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәм талаптарҙы үтәү мотлаҡ. Бындағы техника сағыштырмаса яңы, һәм уны артабан да тейешле кимәлдә һаҡларға кәрәк. Был ваҡытты экономияларға, бигерәк тә сенаж һалғанда, шулай уҡ нигеҙһеҙ эштән туҡталып тороуҙарҙы һәм яғыулыҡ-майлау материалдарын кәметеү иҫәбенә сығымдарҙы ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирәсәк.
Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар Шишмә ҡасабаһының 48-се һөнәри училищеһында тракторсы-машинист әҙерләүҙе ойоштороуҙары менән танышты һәм белем биреү сифатын күтәреү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Республиканың дүрт районында мал аҙығы культураларын урыусы комбайндар һәм сапҡыстар техник тикшереүҙе уңышлы үткән. Был турала «Башинформ» агентлығына «Башҡорт» МТС-ы генераль директорының техник мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Наил Вәхитов хәбәр итте. Мал аҙығын урып-йыйыу техникаһын әҙерләү машина-технологик станцияларҙың бар филиалдарында ла алып барыла.
Башҡортостанда бындай 877 комбайн һәм 482 үҙ йөрөшлө сапҡыс иҫәпләнә. Техниканы тикшереү 15 июнгә тиклем тамамланасаҡ. Ошоға оҡшаш семинар-кәңәшмәләрҙе иген урыусы комбайндар әҙерләү осоронда ла ойоштороу планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика