06:17 (UTC+5), 26 Май 2010

Республика аграрийҙары сәсеүлектәрҙе эшкәртеүгә күсте

Ғәлиә Нәбиева
Республика эшсәндәре һуңғы йылы яратыусы культураларҙы сәсеүҙе тамамлай. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 26 райондың ауыл хужалығы предприятиелары яҙғы сәсеүҙе ослаған. 32 район яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеү планын үтәгән. Айырым райондарҙа, ҡоролоҡто иҫәптә тотоп, бер аҙ сәсеүлек майҙандары структураһы үҙгәртелгән. Мал аҙығына бер йыллыҡ үләндәр сәсеү артҡан.
Параллель рәүештә эшсәндәр сәсеүлектәрҙе эшкәртеүгә төшә: рәт араһын эшкәртә, химик утау үткәрә. Беренсеһендә Көйөргәҙе районы хужалыҡтары алда бара. Культиваторҙар менән 14266 гектар көнбағыштың 7000 гектарын үткән (49%), шәкәр сөгөлдөрө плантацияһының 64 проценты эшкәртелгән.
Шишмә районы хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрөн химик утауҙы тулыһынса тамамлаған. Стәрлетамаҡ районы ауыл хужалығы предприятиелары химик препараттар менән 16 мең гектарҙы (32 процент) эшкәрткән.
Был аҙнала үҫемлекселекте интенсификациялау һәм мелиорация бүлеге белгестәре Бишбүләк, Бөрө, Кушнаренко райондарында һәм Урал аръяғында зона республика кәңәшмәләрен үткәрә, унда стресҡа ҡаршы препараттар менән химик утау үткәреү һәм ҡоролоҡ шарттарында мал аҙығы әҙерләү буйынса кәңәштәр биреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика