13:04 (UTC+5), 25 Мая 2010

Раил Сарбаев нефть-газ комплексы предприятиелары ҡеүәтен баһаланы

Юлия Антипина
«Газ. Нефть. Технологиялар-2010» XVIII Халыҡ-ара махсус күргәҙмәһенә бер нисә рәсми делегация килеп китте. Нефть-газ сәнәғәте тармағы ҡаҙаныштары менән Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Рәсәй Нефть-газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров һәм башҡалар танышты.
Экспозицияларҙы ҡарағандан һуң Раил Сарбаев үҙ яңылыҡтарын ҡуйған республика предприятиеларына баһа бирҙе.
— Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың кимәле бик юғары, — тип билдәләне Премьер. – Уҙған йыл менән сағыштырығыҙ – ул саҡта өс йөҙ тирәһе предприятие булғайны, ә быйыл – 360-тан ашыу. Беҙҙең республика предприятиелары етди әҙерләнгән. Күргәҙмәлә беҙ ошо көндәрҙә генә сығарылған яңы продукция күрҙек. Мәҫәлән, «Салауатнефтеогсинтез» полиэтилен етештереүҙә алға китте, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы агидол-2 антиоксидантын күрһәтә. Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы яҡшы эшләй. «Буринтех» предприятиеһы — үҫешеү өсөн нисек эшләргә кәрәклеге күрһәткесе ул. Бөгөн предприятие үҙенең специфик продукцияһы менән баҙарҙың 60 процентын биләй. Унда 800 кеше эшләй, ә эште ике кеше башлағайны. «Сода» сығарылған продукцияһының сифатын яҡшыртыуы хаҡында белдерә. «Туймазыхиммаш» Сирияла нефть скважиналары ҡороу буйынса тендерҙа еңеп сыҡты. Икенсе тендер көтөлә, уның суммаһы тәүгеһенән биш тапҡырға артығыраҡ. Был бөтә ҡатнашҡан предприятиелар араһында республикабыҙ компаниялары бик әүҙем эшләүе һәм юғары потенциал күрһәтеүе хаҡында һөйләй. Улар иҫәбенә беҙ иҡтисадта ярайһы уҡ күрһәткестәргә өлгәшәбеҙ ҙә инде.
Берҙән-бер етешһеҙлек – бик күп теләүселәргә урын етмәне. Әммә яҡын араларҙа уҡ күргәҙмә комплексы төҙөлөшө тергеҙеләсәк.
Иң мөһиме – производство мөмкинлектәрен күрһәтеү генә түгел. Һәр производство – үҙе бер фәнни база. Күргәҙмә сиктәрендә ғилми конференция үтә, ундағы докладтарҙа яңы проекттар эшкәртмәләре өлкәһендәге эшмәкәрлеккә йыллыҡ йомғаҡтар яһала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика