Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Май 2010, 16:35

«Газ. Нефть. Технологиялар-2010» XVIII Халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе

Өфө Спорт һарайында «Газ. Нефть. Технологиялар-2010» XVIII Халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе асылды.
Был Рәсәйҙең нефть, газ һәм энергетика сәнәғәте лидерҙарын бер майҙансыҡҡа йыйыусы иң ҙур форумдарының береһе. Быйыл бында 300-гә яҡын предприятие үҙ экспозицияларын урынлаштырҙы.
«Газ. Нефть. Технологиялар-2010» күргәҙмәһе республиканың эшлекле тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Уның әһәмиәтен һәм масштабын рәсми асыу тантанаһы ла билдәләне, унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Рәсәй Нефть-газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров һәм башҡалар ҡатнашты.
Геннадий Шмаль «Газ. Нефть. Технологиялар-2010» күргәҙмәһен юғары баһаланы. "Бөтә нефть-газ күргәҙмәләре араһында Өфө күргәҙмәһе айырым бер урын биләй. Ҡатнашыусылар составынан да бигерәк, беҙ бында һәр ваҡыт яңы техника ҡарай, яңы технологияларҙы күрә алабыҙ. Мин бында хәҙер туғыҙынсы тапҡырына киләм, һәм һәр юлы ниндәйҙер яңылыҡ табам", - тип билдәләне ул.
Экспозицияла Рәсәйҙең 34 өлкә һәм республикаһы ҡатнаша. Рәсәй нефть-газ баҙары субъекттары араһында– «Транснефть», Кропоткинск машиналар эшләү заводы, «Самараволгомаш», Черняев исемендәге Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре һәм башҡалар. Сит ил экспоненттары ла байтаҡ. Былар үҙ партнерҙарына нефть-газ тармағының алдынғы технологияларын тәҡдим итеүсе Германия, Швейцария һәм АҠШ фирмалары.
Күргәҙмәлә Башҡортостандың 73 предприятиеһы бар. Улар иҫәбендә «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы, «Каустик», «Сода», «Полиэф», Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе, Туймазы геофизик ҡорамалдар заводы кеүек сәнәғәт гиганттары һәм башҡалар.
Күргәҙмә 28 майға тиклем эшләйәсәк.
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: