Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Май 2010, 17:55

Башҡортостан газовиктары фатирлы булды

Өфөнөң Глумилино биҫтәһендә «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ йортто файҙаланыуға тапшырыуға арналған тантаналы сара үтте. Тантанала Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашты.
— «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡеүәтле производство һәм кадрҙар потенциалына эйә булыуы барыбыҙға ла билдәле. Республиканың сәнәғәт ҡулланыусыларының һәм халҡының газ транспортлауҙың өҙлөкһөҙ һәм юғары ышаныслы булыуына ышанысы ҙур, — тип билдәләне Мортаза Ғөбәйҙулла улы, газовиктарға мөрәжәғәт итеп. — Шуның менән бергә предприятие Башҡортостандың социаль инфраструктураһын нығытыуға, халыҡты сәләмәтләндереү мәсьәләһен хәл итеүгә, уның ялын ойоштороуға һәм спорт үҫешенә, шул иҫәптән балалар спорты үҫешенә ҙур өлөш индерә. Предприятие менән ғәмәлгә ашырылған күләмле социаль программаларҙа торлаҡ төҙөлөшө айырым йүнәлеш булып тора. Һеҙ был мәсьәләгә комплекслы ҡараш өлгөһө күрһәтәһегеҙ. Һуңғы йылдарҙа ғына Нуриман, Дүртөйлө, Балаҡатай, Шаран һәм Бәләбәй райондарында, Өфө, Сибай һәм Ишембай ҡалаларында күп фатирлы торлаҡ төҙөнөгөҙ. Бөгөн уларға йәнә Өфөләге йорт та өҫтәлде.
Күп фатирлы яңы йорт торлаҡтың иң юғары стандарттарына яуап биреүе һәм шул уҡ ваҡытта арзан хаҡы менән айырылып тора. Бындағы 84 фатирҙың дөйөм майҙаны биш мең квадрат метрға тиң. Шуларҙың 70-е үҙҡиммәте буйынса «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренә һатыласаҡ. Ҡалған 14 фатир йәш белгестәрҙе һәм командировкаға килгән хеҙмәткәрҙәрҙе урынлаштырыу өсөн предприятие балансында ҡала.
Йорттоң төкәтмә өлөшөндә 40 автомобилгә иҫәпләнгән машина ҡуйыу урыны, шулай уҡ офис биналары урынлашҡан. Янындағы территорияла төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү эштәре башҡарылған, заманса балалар ҡаласығы урынлаштырылған.
— Һуңғы биш йыл эсендә хеҙмәткәрҙәребеҙ өсөн Башҡортостанда төҙөлгән 12-се йорт был, - тине «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Пашин. – Социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүе еңел булмауын аңлайбыҙ, ләкин был юлда туҡталып ҡалырға йыйынмайбыҙ. Предприятие йәш белгестәргә иҫәп тота һәм уларҙы бар кәрәкле нәмә һәм, иң элек, торлаҡ менән тәьмин итергә тырыша. Сиратта социаль өлкәләге яңы объекттар төҙөлөшө.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: