12:04 (UTC+5), 24 Мая 2010

Бишенсе быуын истребителдәрен һынау дауам итә

Любовь Колоколова
Фронт авиацияһы перспективалы авиацион комплексын, икенсе төрлө әйткәндә үҙебеҙҙә етештерелеүсе бишенсе быуын истребителдәрен һынау раҫланған план буйынса үткәрелә. Яңы самолетты сираттағы һынау, йәғни унда урынлаштырылған электрон ҡорамалдарҙы ысынбарлыҡ шарттарында һынау М.М. Громов исемендәге осош-тикшереү институты территорияһында алып барыла. Баш конструкторҙың хәбәр итеүенсә, истребитель бортта урынлашҡан штаттағы системалар ярҙамында тикшерелә, һәм һәр осош һайын машина етештереүселәр менән күрһәтелгән характеристикаларҙы раҫлай.
Самолет принципиаль яңы авионика комплексы, шулай уҡ камил радиолокацион система менән йыһазландырылған. Истребителдең юғары интеллектуаль йыһазланышы летчикка көсөргәнеште кәметә һәм уға иғтибарын тактик мәсьәләләрҙе үтәүгә йүнәлтергә мөмкинлек бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Фронт авиацияһы перспективалы авиацион комплексы кооперацияла етештерелә: уны әҙерләү һәм етештереүгә йөҙҙән ашыу предприятие йәлеп ителгән. Авиацион двигателде «Сатурн» фәнни-производство берекмәһе асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етештерә. Тәүге һынау осошо быйылғы йылдың 29 ғинуарында булып үткәйне.
Фронт авиацияһы перспективалы авиацион комплексы өлгөһөнә истребителгә етеҙ маневрҙар яһауға мөмкинлек биреүсе, үҙгәреүсән тартыу көсө векторы булған ике “117” двигателе ҡуйылған. Оҙайлы ваҡыт тауыштан шәберәк осоуы һәм күҙгә күренеп бармауы истребителдең уникаль үҙенсәлектәре булып тора, тип хәбәр итә уны эшләп сығарыусылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика