05:24 (UTC+5), 24 Мая 2010

Белорет металлургия комбинаты йәйге һауыҡтырыу миҙгелен аса

Эльвира Латипова
«Мечел» компанияһына ҡараған «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте йәйге һауыҡтырыу миҙгелен башлай. 2010 йылғы һауыҡтырыу кампанияһына предприятие етәкселеге биш миллион һум самаһы аҡса йүнәлтәсәк.
Бөгөн Белорет металлургия комбинаты хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн «Белоречье» шифахана-профилакторийы ишектәрен аса –«Әсә һәм бала» заезы башлана. Ике аҙна дауамында әсәйҙәре менән бергә бында санатор-курорт дауаланыуға мохтаж йөҙгә яҡын бала сәләмәтлеген нығытасаҡ.
«Әсә һәм бала» ике аҙналығын шифахана-профилакторийҙа «Һаулыҡ планетаһы» лагеры алмаштырасаҡ. Быйылғы йәйҙә «Һаулыҡ планетаһы»нда БМК хеҙмәткәрҙәренең 500-гә яҡын балаһының ял итеүе планлаштырыла. Шулай уҡ балаларҙың ҡаланан ситтәге һәм республика һауыҡтырыу лагерҙарында ял итеү мәсьәләһе лә хәл ителә, тип хәбәр итә Белметкомбинаттың йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм мәғлүмәт бүлеге.
Ата-әсәләре «БМК» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, шулай уҡ «Пугачев карьеры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Мечел-Материалдар» ЯСЙ, «Спецремзавод» ЯСЙ, «Мечел-Энерго» ЯСЙ Белорет филиалдарында эшләгән 120 бала август айының икенсе яртыһында өс аҙна дауамында Ҡара диңгеҙ буйында «Диңгеҙ тулҡыны» балалар лагерында ял итәсәк.
«Мечел» компанияһы балалар ялына һәр ваҡыт иғтибарлы ҡарашта. Иҡтисади көрсөк ваҡытында ла был программаны финанслау туҡтатылмаған һәм ҡыҫҡартылмаған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика