Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
1+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Май 2010, 10:49

БР буйынса Росреестр Идаралығы халыҡ өсөн электрон хеҙмәт индереүҙе дауам итә

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ер кадастр палатаһының Туймазы филиалы-бүлексәһендә яңы инфомат ҡуйылған. БР буйынса Росреестр Идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был филиалдың халыҡҡа күрһәткән хеҙмәттәре системаһын камиллаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Инфомат күсемһеҙ милектең дәүләт кадастры тураһындағы мәғлүмәт ресурсынан белешмә алыуҙы күҙаллай. Белешмә мәғлүмәттән тыш унда йәнә бер нисә сервис эшләй. «Онлайн ғаризалар статусы» бүлегендә, мәҫәлән, ғаризағыҙҙың әлеге ваҡытта ҡайҙа, ниндәй юл үтеүен билдәләргә мөмкин.
Туймазы филиалында инфомат ҡуйылыуы халыҡҡа күрһәтелгән электрон хеҙмәт үҫешендә мөһим роль уйнай. Атап әйткәндә, бөгөнгө көндә БР буйынса Ер кадастр палатаһы ер участкаһы һәм территория планы хаҡында яҙма яуап формаһында кадастр мәғлүмәттәрен биреү, шулай уҡ күсемһеҙ милек объекттарын дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыуға Интернет аша ғаризалар ҡабул итеү кеүек хеҙмәттәр күрһәтә. Росреестр порталы аша Күсемһеҙ милектең дәүләт кадастрынан мәғлүмәт биреүҙе һорап 1550 ғариза килгән, 1545-енә яуап биреү эше тамамланған. Шулай уҡ территорияларҙың кадастр планы төрөндә мәғлүмәт биреүҙе һорап, 1224 мөрәжәғәт ҡабул ителгән, шуның 923-ө тамамланған.
2010 йылдың 7-14 майында БР буйынса Ер кадастр палатаһы күсемһеҙ милек объектын дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыуға ун ғариза ҡабул иткән. Межа пландары булған, электрон цифрлы ҡултамға менән раҫланған ғаризалар ике эш көнө дауамында эшкәртелгән. Әҙерләнгән документтарға электрон цифрлы ҡултамға ҡуйып, улар ғариза биреүселәргә электрон төрҙә ебәрелгән. Ғаризаны ҡабул иткәндә межа пландарының электрон төрҙә килеүе арҡаһында филиал-бүлексәләрҙә документтарҙы теркәүгә, мәғлүмәтте ҡулдан баҫып, компьютерға индереүгә һәм әҙер документтарҙы тапшырыуға артыҡ ваҡыт талап ителмәй.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: