12:30 (UTC+5), 21 Мая 2010

Башҡортостанда тағы бер республика МТС-ы төҙөләсәк

Эльвира Латипова
Ауыл хужалығын техник һәм технологик модернизациялау эшкәртелмәй ҡалдырылған һөрөнтө ерҙәрҙе әйләнешкә индерергә булышлыҡ итә. Быйыл ошондай 70 мең гектар ерҙе файҙаланыуға индерергә планлаштырыла. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев фекеренсә, төп баҫымды төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереүгә яһарға, ә бының өсөн тағы бер машина-технологик станция (МТС) төҙөргә кәрәк.
Бөгөнгә Ҡалтасы, Мишкә, Асҡын һәм Йылайыр райондарында һәм республиканың төньяҡ-көнсығышында эшкәртелмәй ятҡан ерҙәр күп.
Яңы МТС-ты, беренсе сиратта, Нефтекама автозаводында йыйылған «Челленджер» иген йыйыу комбайндары һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин итергә планлаштырыла. Был МТС-ҡа ауыл хужалығы машиналары һәм ҡорамалдары һатып алыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте гарантияһы аҫтында оҙайлы ваҡытҡа кредит йәлеп ителәсәк.
Машина-технологик станциялар өр-яңы юғары етештереүсәнле техника менән йыһазландырыла. Былтыр ғына был маҡсаттарға 2,1 миллиард һум аҡса йүнәлтелде. 840 берәмек самаһы техника һатып алынды. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Рәсәйҙең Техник йыһазландырыу буйынса дәүләт программаһының контроль маҡсатлы күрһәткестәрен үтәгән берҙән-бер төбәге булды.
Әйтергә кәрәк, былтыр МТС көстәре менән иген культуралары сәсеүлектәренең яртыһынан ашыуы урып йыйылды, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыштың 30 проценты йыйып алынды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика