13:20 (UTC+5), 20 Мая 2010

МДМ Банк ипотека кредитлауын киңәйтә

Эльвира Латипова
МДМ Банк икенсел торлаҡ баҙарында торлаҡ һатып алыуға кредит бирә башланы. Ипотека кредиттары Себерҙә һәм Уралда - Иркутск, Кемерово, Новосибирск, Омск, Ырымбур, Свердловск, Томск, Тюмень һәм Силәбе өлкәләрендә, Алтай, Красноярск һәм Пермь крайында, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан банк филиалдарында бирелә.
Рәсәй аҡсаһы менән 300 мең һумдан дүрт миллион һумға тиклем күләмдәге кредиттар АИЖК стандарттары буйынса 20 йылға бирелә. Процент ставкаһы – беренсе иғәнәгә ҡарап 12,9-нән 13,8-кә тиклем (минималь иғәнә – өҫтәмә шарттарҙы үтәгәндә 20 проценттан башлана).
Күсемһеҙ милке булған һәм өҫтәмә рәүештә торлаҡ һатып алырға йәки аҡсаны башҡа маҡсатта файҙаланырға теләгән клиенттар өсөн банк шулай уҡ, бизнес менән бәйле булмаған осраҡта, ғариза биреүсенең фатирын залог итеп, ҡулланыусылар кредиты тәҡдим итә. 300 мең һумдан алып залогҡа тәҡдим ителгән фатир хаҡының 50 процентына тиклемге күләмдәге кредиттар өс йылдан биш йылға тиклем ваҡытҡа бирелә. Кредиттың процент ставкаһы – йылына 16,5 процент. Был хеҙмәт Новосибирск, Кемерово, Тюмень өлкәләрендә, Красноярск һәм Пермь крайында күрһәтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика