06:23 (UTC+5), 19 Мая 2010

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек планға ярашлы алып барыла

Любовь Колоколова
Волга буйы федераль округында 2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу буйынса Комиссия ултырышы үтте. Уны Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса РФ Хөкүмәте Комиссияһы ағзаһы, округтағы халыҡ иҫәбен алыу комиссияһы етәксеһе Леонид Гильченко алып барҙы.
Милли идентификация мәсьәләһендә граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын күҙәтеүҙе, дини кешеләрҙә халыҡ иҫәбен алыуға ыңғай ҡараш булдырыу буйынса төп дини конфессиялар вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек итеү, был дөйөм Рәсәй сараһының мөһимлеген аңлатыу өсөн агитацион эштәр алып барыуҙы Леонид Гильченко бөгөн комиссия ағзаларының иғтибары үҙәгендә булырға тейешле төп мәсьәләләр иҫәбендә тип белдерҙе.
Башҡортостанстат хәбәр итеүенсә, ултырышта халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышы хаҡында төбәк вәкилдәренең докладтары тыңланды. Халыҡ иҫәбен алыу-2010-ды үткәреүгә Башҡортостандың нисек әҙерләнеүе тураһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы 2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса Комиссия рәйесе урынбаҫары Илдус Илешев һөйләне.
Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда бар эштәр ҙә планға ярашлы һәм билдәләнгән ваҡытта алып барыла. Кадрҙар – ваҡытлыса халыҡ иҫәбен алыусы булып эшләүселәрҙе һайлап алыу әүҙем бара. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға теләүселәрҙең исемлеге төҙөлә, кандидаттар менән әңгәмәләшеүҙәр үткәрелә. Билдәле талаптарҙы күҙ уңында тотоп, иҫәп алыу һәм инструкторҙар бүлмәләренә биналар тәғәйенләү эше тамамлана. Дөйөм иҫәптән 90 процент биналарҙың ҡайҙа урынлашыуы асыҡланған. Халыҡ менән мәғлүмәти – аңлатыу эштәре лә планға ярашлы алып барыла.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика