07:12 (UTC+5), 19 Мая 2010

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы яҡтыртыуға республика конкурсы иғлан ителгән

Ғәлиә Нәбиева
БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ менән Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) 2010 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышын һәм үткәреүҙе иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсын иғлан итте.
Ижади ярышта республика, ҡала, район, ҡала һәм райондың берләшкән гәзит һәм журналдарының, интернет баҫмаларҙың мөхәрририәттәре һәм айырым журналистар ҡатнаша ала. Жюри 2010 йылдың 1 ғинуарынан алып 2010 йылдың 1 ноябренә тиклем баҫмала донъя күргән материалдарҙы баһалаясаҡ.
«Республика киң мәғлүмәт саралары» номинацияһында еңеүселәр, унда республика кимәлендәге гәзит, журнал һәм интернет баҫмаларҙың конкурс материалдары инә, 35-әр мең һум премия аласаҡ.
Район, ҡала, берләшкән гәзиттәр араһынан иң яҡшы дүрт мөхәрририәт коллективы һәм авторҙар 15 мең һум күләмендә премияға дәғүә итә. Еңеүселәр шулай уҡ БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡтың дипломдары менән, ә башҡа ҡатнашыусылар Башҡортостанстаттың рәхмәт хаттары менән наградланасаҡ.
Конкурс положениелары менән БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡтың (www.pressarb.ru) һәм Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органының (Башҡортостанстат) (www.bashstat.ru) рәсми сайттарында танышырға мөмкин.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика