10:38 (UTC+5), 18 Мая 2010

ӨМЭПБ вәкилдәре Рыбинскиҙа “һаҡсыл производство” мәсьәләләре буйынса семинарҙа ҡатнашты

Любовь Колоколова
«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре "Сатурн" фәнни-производство берекмәһенең Белем биреү һәм профориентация үҙәгендә (Рыбинск) үткән проект-аналитик семинарҙа ҡатнашты. "Оборонпром" оборона-сәнәғәт комплексының Корпоратив университеты ойошторған семинар "һаҡсыл производство" үҙләштереү проблемаларына арналды.
"Сатурн" берекмәһенән хәбәр итеүҙәренсә, илебеҙҙең двигатель һәм вертолеттар етештереүсе предприятиеларынан 90-дан ашыу вәкил ҡатнашҡан. Шулар араһында - ӨМЭПБ, «Моторостроитель» (Һамар), Н.Д. Кузнецов исемендәге Һамар фәнни-техник комплексы, Пермь моторҙар заводы, В. В. Чернышев исемендәге Мәскәү моторҙар эшләү предприятиеһы, "Ҡазан вертолет заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Семинар менән "Оборонпром" оборона-сәнәғәт комплексының генераль директоры Андрей Реус етәкселек итте.
Тәжрибә уртаҡлашыу, "һаҡсыл производство"ны үҫтереү проблемаһын тикшереү һәм корпорацияның етештереү системаһы принциптарын әҙерләү – ике көнлөк семинар эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Сарала ҡатнашыусылар “Сатурн” фәнни-производство берекмәһе буйлап экскурсияла йөрөгәндә предприятие цехтарында һәм корпустарында пилот проекттар менән танышты.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан предприятиеларында ла "һаҡсыл производство" принциптары индерелә. Беренселәрҙән булып был йүнәлештә «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте эш башлаған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика