07:40 (UTC+5), 17 Мая 2010

Өфөлә Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтәсәк

Любовь Колоколова
20 майҙан 26-һына тиклем Өфөлә Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә ҡарата Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үткәреләсәк. Был көн илебеҙҙә 26 майҙа билдәләнә.
Эшҡыуарлыҡ аҙналығы 20 майҙа Карьера көнөнән башланасаҡ. Был сараны ойоштороусылар – Өфөләге "АНКОР" кадрҙар холдингы, «Рәсәй терәге» Дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм ӨДАТУ-ның Иҡтисад һәм идара итеү институты. Карьера көнөнөң төп ваҡиғаларының береһе булып төп халыҡ-ара, Рәсәй һәм локаль компанияларҙың вакансиялар йәрминкәһе торасаҡ. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарының сығарылыш курстары студенттары компаниялар вакансиялары менә таныша, эш биреүселәрҙең талаптары хаҡында белә аласаҡ. Карьера көнөн йомғаҡлап матбуғат конференцияһы үткәреләсәк.
25 майҙа Өфөлә (К. Маркс урамы, 3 адресы буйынса) «Идаралыҡтар ярыштары» үткәреләсәк. Уларҙы First Business School һәм «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Өфө бүлексәһе ойоштора. Бындай турнирҙар үткәреүҙең төп маҡсаты – идара итеү өлкәһендә социаль технологиялар индереү һәм үҫтереү, эшҡыуарҙарҙың идара итеү мәҙәнилеге һәм профессиональ этикаһы кимәлен күтәреү.
26 майҙа Рәсәй эшҡыуарлығы көнөн байрам итеү менән бәйле иртәнән алып ҡаланың сауҙа һәм бизнес-үҙәктәрендә эшҡыуарҙарҙы ҡотлау үткәреләсәк. Был акцияны «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Өфө бүлексәһе ойоштора.
«M5» ресторанында эшҡыуарҙарҙың осрашыуы Аҙналыҡтың йомғаҡлау аккорды буласаҡ. Ул эшлекле уйындар, шоу-программа менән бизнес-пикник форматында үтәсәк, тип хәбәр итә «Рәсәй терәге» Өфө бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика