06:26 (UTC+5), 17 Мая 2010

Белорет металлургия комбинатында ЭД-2 декларация системаһы ҡулланылышҡа индерелгән

Эльвира Латипова
«Мечел» компанияһына ҡараған Белорет металлургия комбинатында алдынғы интернет ярҙамында таможня документтарын тултырыу технологияһы ҡулланылышҡа индерелгән.
ЭД-1 форматында электрон декларация тапшырыу Белорет комбинатында 2009 йылдан алып башҡарыла. Ағымдағы йылдың апрелендә БМК электрон декларация тултырыуҙың сифатлыраҡ кимәленә - интернет селтәре ярҙамында эшләүсе ЭД-2 системаһына күсте. 20 апрелдә ЭД-2 форматында тәүге электрон декларация сығарылды, һәм заман технологиялары ярҙамында декларация тултырылған продукцияның тәүге тонналары Үзбәкстанға оҙатылды. Әйтергә кәрәк, Белорет металлургия комбинаты компанияның металлургия дивизионында ЭД-2 системаһында эшләй башлаған тәүге предприятиеларҙың береһе.
Декларация тапшырыуҙың электрон формаһына күсеү "Электрон Рәсәй" федераль маҡсатлы программаһы йүнәлешенең береһе булып тора. Электрон форма индереүгә предприятие белгестәренең Белорет таможня посы етәкселеге менән берлектәге эш итеүе етди әҙерлек булған. БМК-ла эшләүсе бар декларанттар алдан һөнәри әҙерлек үткән һәм сертификат алған. Предприятиеға яңы технология менән эшләү өсөн тәғәйен асҡыс һәм электрон цифрлы ҡултамға бирелгән.
Элемтәнең заманса электрон системаһын ҡулланыу таможня процесын тиҙләтә һәм килешеүҙе документлаштырыу ваҡытын ҡыҫҡарта. ЭД-2-нең өҫтөнлөгө - цифрлы элемтә каналы менән сағыштырғанда күпкә арзан булыуында.
Белорет металлургия комбинаты – төбәктәге тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнашҡан иң эре предприятиеларҙың береһе. Предприятие продукцияһының яртыһынан ашыуы экспортҡа оҙатыла. Ҡағыҙһыҙ эш итеүсе документтар әйләнешенең яңы системаһы декларанттар эшен уңайлыраҡ итәсәк һәм таможня процесын күҙәтеп барырға мөмкинлек бирәсәк.
«Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм мәғлүмәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, апрелдең һуңғы ун көнөндә Белорет комбинатында ЭД-2 системаһын ҡулланып 34 декларация тултырылған. 2010 йыл аҙағына белгестәр таможня органдары менән тулыһынса электрон документ әйләнешенә күсергә ниәтләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика