12:51 (UTC+5), 13 Мая 2010

ӨПЭПБ-ла «Ағиҙел» электр ҡырынғысын етештереүҙе яңырттылар

Любовь Колоколова
Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереү аяҡҡа баҫтырылды. Баҡһаң, ҡулланыусыларҙың береһе лә үҙҙәре яратҡан һәм киң билдәле «Ағиҙел» электр ҡырынғысы менән хушлашырға теләмәгән. Һатып алыусыларҙы уның сифаты ла, оҙаҡҡа етеүе лә ылыҡтыра. Шуға күрә берекмә етәкселеге халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереүҙе баш предприятиеға күсерергә ҡарар итте.
Билдәле булыуынса, «Ағиҙел» электр ҡырынғысының тарихы бай. Электр ҡырынғыс етештереү буйынса цех коллективы 1956 йылдың майында төҙөлә, ә 1967 йылдың июленән был продукцияны сериялап сығарыу башлана. Заводта электр ҡырынғыстың сифатын яҡшыртыу буйынса ҙур эш башҡарыла, һәм 1969 йылда уҡ «Ағиҙел»гә «Сифат билдәһе» бирелә. 1972 йылда космонавтар өсөн «Ағиҙел-1К» электр ҡырынғыстары сығарыла, уларҙы йыһан киңлектәрен байҡаусылар юғары баһалай. 1974 йылдан цех коллективы «Өфө» электр ҡырынғысын сығарыуға тотона, 1977 йылда «Ағиҙел-3», 1987 йылда – «Ағиҙел-М» сығарыла. 1991 йылдан яңы быуын электр ҡырынғыстары: «Ағиҙел -6», «Ағиҙел -7», «Ағиҙел -8», «Ағиҙел -10», «Ағиҙел -11», «Ағиҙел -12», «Ағиҙел -авто» – сығарыла башлай.
Йыл һайын «ӨПЭПБ» федераль дәүләт унитар предприятиеһы электр ҡырынғыстарҙы төрлө смотр-конкурстарға ҡуйҙы. Өфө прибор эшләүселәр изделиелары һәр ваҡыт абруйлы наградаларға лайыҡ булды. Мәҫәлән, 2004 йылдың 17 декабрендә Мәскәүҙә «Бөтә Рәсәй маркаһы» (III мең йыллыҡ) XII Халыҡ-ара күргәҙмә-конкурсы үткәрелде. Уның һөҙөмтәләре буйынса ӨПЭПБ яңы электр ҡырынғыстарҙың тотош бер серияһы өсөн «XXI быуат Сифат билдәһе» платина һәм ике алтын миҙалдары менән наградланды.
Бөгөн предприятие был популяр продукцияны етештереү күләмдәрен ҡайтанан арттыра. Түбәндәге модификация ҡырынғыстары сығарыуға әҙерләнә: «Ағиҙел -М», «Ағиҙел -авто-2М», «Ағиҙел -7М», «Ағиҙел -3», «Ағиҙел -8», «Ағиҙел -10», «Ағиҙел -12», «Ағиҙел -14» һәм «Ағиҙел -15». Уларҙы Рәсәй Федерацияһының бөтә территорияһы буйлап таратырға планлаштырыла.
Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, иң мөһиме хәҙер – цехты комплектлаусы изделиелар менән ваҡытында тәьмин итеү. Берекмәнең техник хеҙмәттәре продукцияны мөмкин тиклем арзанайтыу өсөн электр ҡырынғыстарҙың үҙҡиммәтен кәметеү буйынса ла эш алып бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика