16:45 (UTC+5), 12 Мая 2010

Өфөлә төҙөлөш тармағы өсөн инновациялар тәҡдим иттеләр

Рәсүл Хәмиҙуллин
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығында Рәсәй баҙарында төҙөлөш тармағы өсөн BASF концерны тәҡдим иткән инновацион материалдар һәм технологияларға арналған конференция үтте.
Концерндың Рәсәй бүлексәһе белгестәре сарала ҡатнашыусылар иғтибарына Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары һәм ҡала хужалығы объекттарын төҙөү һәм файҙаланыу өсөн компания продукттарын һәм хәл итеү юлдарын тәҡдим итте.
Сығышында БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллиндың билдәләүенсә, производство сифатын һәм энергоһөҙөмтәлелекте күтәреүҙә химия сәнәғәте мөһим роль уйнай. Шуға күрә республиканың ғәмәлдәге төҙөлөш тармағы предприятиелары менән берлектәге эш энергияны файҙаланыу һәм сығымдарҙы кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.
Үҙенең сиратында Рәсәйҙәге һәм БДБ-лағы BASF вәкиллеге башлығы Сергей Андреев әйтеүенсә, Башҡортостан Республикаһының ҡеүәтле төҙөлөш комплексы бар. Әүҙем темпта торлаҡ төҙөлә, яңы производство объекттары сафҡа индерелә.
— Төҙөлөш тармағы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн инновацион продукттар тәҡдим итеүсе булараҡ, энергоһөҙөмтәлелеккә, файҙаланыуҙа сығымдарҙы кәметеүгә, торлаҡ биналар һәм инфраструктура объекттары уңайлылығына һәм оҙайлы файҙаланыу мөмкинлегенә беҙ етди иғтибар бирәбеҙ, — тип белдерҙе Сергей Андреев. — Бындай шарттарҙа беҙ Башҡортостан менән ике яҡлы файҙалы хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур потенциал барлығын күрәбеҙ.
«Башинформ» агентлығына БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференция программаһы ике көнгә иҫәпләнгән. Иртәгә республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары етәкселәре һәм идара итеүсе компаниялар өсөн семинар ойоштороласаҡ. Уның сиктәрендә, теоретик өлөшөнән тыш, заманса ҡорамалдар ярҙамында полиуретандарҙы ғәмәлдә ҡулланыу мөмкинлеге күрһәтеләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика