18:43 (UTC+5), 12 Мая 2010

Башҡортостанда «Башҡорт милли кухняһы – республика байлығы» фестивале үтә

Любовь Колоколова
III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты «Башҡорт милли кухняһы – республика байлығы» фестивален ойоштора.
Башҡортостандың бар район һәм ҡалаларында туҡланыу индустрияһы предприятиелары башҡорт кухняһы көндәре, аҙнаһы һәм декадаһын планлаштырған. Башланғыс һәм урта белем биреү учреждениелары, сәнәғәт предприятиелары ашханалары, киң ҡулланылыштағы селтәр объекттары башҡорт аш-һыуының һәм ризыҡтарының киң ассортиментын тәҡдим итәсәк. Халыҡ араһында сәк-сәк, ғөбәҙиә, ваҡ бәлеш, туҡмас, бауырһаҡ һәм башҡа продукция ҙур һорау менән файҙалана.
Был фестиваль сиктәрендә республиканың ҡала һәм райондарында милли башҡорт аш-һыуы ҡуйылған күргәҙмәләр ойошторола, һәр төрлө конкурстар үткәреләсәк. Ауырғазы районында, мәҫәлән, балалар һүрәттәренә “Ғаиләбеҙ традициялары” конкурсы ойошторола, ә хужабикәләр конкурсында урындағы ҡатын-ҡыҙҙар кулинар оҫталығын күрһәтәсәк.
БР Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сауҙа, йәмәғәт туҡланыу һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары витриналары һәм фасадтарын биҙәүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми раҫланған эмблемаһын, эске һәм тышҡы тематик рекламаны ҡулланырға тәҡдим ителгән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика