10:19 (UTC+5), 11 Мая 2010

Яҙғы культуралар сәсеү 50 процентҡа үтәлде

Рәсүл Хәмиҙуллин
Республикала сәсеү кампанияһы тулы көскә бара. БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда яҙғы сәсеү 50 процентҡа үтәлде. Мәҫәлән, Саҡмағош районында яҙғы культураларҙы сәсеү тулыһынса тамамланды. Район аграрийҙары алдында шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш сәсеүҙе дауам итеү бурысы тора. Бөгөнгө көнгә улар буйынса күрһәткестәр 22 һәм 75 процентҡа тигеҙ.
Шаран районында дөйөм майҙандың 73 процентына сәселгән. Шуның 93 проценты – бойҙай, арпа, һолоно индереп, иртә яҙғы культуралар. Шәкәр сөгөлдөрөнә бүленгән майҙандың 95 процентына сәселгән. Республиканың башҡа райондары араһында был иң юғары һөҙөмтә. Нуриман районында яҙғы культуралар планлаштырылған майҙандың яртыһынан ашыуына сәселгән. Май аҙағында ҡарабойҙайҙы сәсә башлаясаҡтар. Нуриман районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ғафуан Хәйруллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай сроктар төнгө ҡырауҙар ихтималлығын иҫәпкә алып билдәләнә.
Көйөргәҙе районында ла сәсеү планының байтаҡ өлөшө үтәлгән, унда 30 мең гектарҙан ашыу майҙанға сәселгән. Яҙғы культураларҙан тыш, райондың бөтә хужалыҡтары көнбағыштың – 63, шәкәр сөгөлдөрөнөң 76 процентын сәскән.
Бөгөн республиканың 16 районында шәкәр сөгөлдөрө сәсеү бара. Дәүләкән районы алдынғылыҡты биләй, унда сөгөлдөр плантацияларының 91 процентына сәселгән. Благовар сөгөлдөрсөләрендә һөҙөмтә насар түгел — 90%, Баҡалы районында – 80 процент.
Көнбағыш орлоҡтарын 27 район хужалыҡтары индерә. Шаран районынан тыш, был культура Стәрлетамаҡ (82%) һәм Мәләүез райондарында (75%) күберәк сәселгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика