04:37 (UTC+5), 08 Мая 2010

Пенсия фондының республика бүлексәһе ветерандарға 284 миллион һум күләмендә түләүҙәр башҡарған

Сергей Захаров
Апрелдә, пенсия менән бер үк ваҡытта, республика ветерандарына бер тапҡыр бирелеүсе 284 миллион һумдан ашыу түләү башҡарылған. Был турала Башҡортостан буйынса Рәсәй Пенсия фонды Бүлексәһенән хәбәр иттеләр.
Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан бер тапҡыр бирелеүсе түләү 127139 ветеранға билдәләнгән. Шуларҙан 41010 кеше 5 мең һум алды. Улар иҫәбенә һуғышта йәрәхәтләнгән инвалидтар, һуғышта ҡатнашыусылар, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнеүселәр, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, шулай уҡ Япония һәм Финляндияла һәләк булғандарҙың тол ҡатындары, вафат булған һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың тол ҡатындары, элекке бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары, һауаға ҡаршы оборона объекттарында эшләгән граждандар инә.
1 мең һум күләмендә түләүҙәр 86029 тыл хеҙмәтсәненә һәм биш элекке бәлиғ йәштәге концлагерь тотҡонона билдәләнгән.
Башҡортостан буйынса Рәсәй Пенсия фонды Бүлексәһе Идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Пенсия фонды органдары документтары менән мөрәжәғәт иткән граждандарға бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам биреүҙе дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика