05:43 (UTC+5), 07 Мая 2010

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу дауам итә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы өсөн быйыл йыл башы реформаларҙы дауам иттереү буйынса эштәр менән бәйле булды. Муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының торлаҡ-коммуналь комплекстарындағы былтырғы үҙгәртеп ҡороу эштәре темпы һаҡлана әле. Был турала ведомство башлығы Ғиман Әсәҙуллин БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы коллегияһында хәбәр итте. Унда тармаҡ предприятиеларының быйыл беренсе кварталдағы эш йомғаҡтары ҡаралды, шулай уҡ республика торлаҡ-коммуналь хужалығының 2010-2011 йылғы ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерлек буйынса бурыстары тикшерелде.
Дөйөм алғанда, быйыл беренсе квартал йомғаҡтары буйынса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлегендә ыңғай финанс һөҙөмтәләренә өлгәшелде. 7,8 миллиард һумлыҡ хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтелгән, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда үҫеш алты процент. Етештереү күләме яңы ҡеүәттәр индереү һәм торлаҡ төҙөлөшө үҫеүе менән бәйле уларҙы эш менән тәьмин итеү һөҙөмтәһендә артҡан. Күрһәткестәргә ҡыштың һалҡын булыуы ла йоғонто яһаған.
Ғиман Ғибаҙулла улы беренсе кварталда республика бюджеты иҫәбенә коммуналь системаларҙы үҫтереү өсөн күрелгән саралар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, адреслы инвестиция программаһына ярашлы был маҡсаттарға 290 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Бынан тыш, быйыл ике инвестиция проекты буйынса федераль бюджеттан бүленгән средстволар үҙләштереләсәк. Мәҫәлән, «Өфөнөң социаль һәм инженер инфрастуктураһы объекттары төҙөлөшө»нә 651 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, ә «Белоретты һыу менән тәьмин итеү буйынса кисектергеһеҙ саралар. Белоретта Ҡатай һыу алғысын реконструкциялау һәм киңәйтеү»гә — 44 миллион һум самаһы.
Ведомство башлығы көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлеккә ҙур иғтибар бирҙе.
— Хәҙерге ваҡытта был мәсьәлә буйынса БР Хөкүмәте ҡарары әҙерләнә, — тип хәбәр итте Ғиман Әсәҙуллин. — Ул бөтә муниципаль берәмектәр башлыҡтарын һәм ҙур энергетика вәкилдәрен саҡырып Хөкүмәт ултырышында тикшереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика