10:38 (UTC+5), 07 Мая 2010

Муниципаль милек менән идара итеү комитеты аукциондар үткәрә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфө хакимиәтенең муниципаль милек менән идара итеү комитеты 7 майҙа ҡаланың Калинин, Киров һәм Октябрь райондарында индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаларын ҡуртымға алыу килешеүҙәре төҙөүгә хоҡуҡтарҙы һатыу буйынса сауҙа үткәрҙе. Ҡуртым килешеүе ваҡыты — ун йыл. Алдан индерелгән аҡса суммаһы һатыуҙың башланғыс хаҡының 20 процентын тәшкил итә, аукцион аҙымы – биш процент. Өфөлә, Нагаево һәм Жилин ауылында урынлашҡан бөтәһе ун лот ҡуйылды. Объекттарҙың минималь ҡуртым хаҡы 338 меңдән 519 740 һумға тиклем.
14 майға шулай уҡ муниципаль торлаҡҡа ҡарамаған фонд объекттарын милекселеккә һатыу буйынса сауҙа тәғәйенләнде. Ике лотҡа Өфөнөң алты районынан объекттар инә. Беренсе лоттың башланғыс хаҡы, өҫтәмә хаҡҡа һалымды индереп, 140 миллион һум тәшкил итә, аукцион аҙымы – өс процент. Икенсе лоттың башланғыс хаҡы – һигеҙ миллион һумдан ашыу.
Май аҙағында муниципаль торлаҡҡа ҡарамаған фонд объекттарын ҡуртымға алыу килешеүҙәре төҙөү хоҡуғына тағы бер аукцион үтергә тейеш.
Быйыл апрелдә ике аукцион иғлан ителгәйне, уларҙа 30-ҙан ашыу лот ҡуйылғайны. Һигеҙ лот буйынса ғына еңеүселәр билдәләнде. Ҡалғандары буйынс, заявкалар булмау сәбәпле, аукциондар килеп сыҡманы, тип танылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика