Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.66
+0.22
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Май 2010, 11:00

Өфө эшҡыуарҙары PUM эксперты менән осрашасаҡ

11 майҙа Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе PUM консультант-эксперттар ойошмаһы вәкиле — Хенк Тенбринке менән (Нидерландтар) эш осрашыуы үткәрә.
PUM - ул баҙар иҡтисады формалашып килгән илдәрҙең эшҡыуарҙарына ярҙам күрһәтеүгә тәжрибәле менеджерҙар һәм эксперттар йүнәлтеүсе ойошма. Был ойошма эксперттары үҙенең профессиональ өлкәһендә киң мәғлүмәтле һәм бизнеста бай тәжрибә туплаған кешеләр, һәм шуға күрә төрлө һорауҙар буйынса кәңәштәре менән ярҙам итә ала.
PUM-дың мәғлүмәт базаһында 4 000 самаһы эксперт иҫәпләнә, улар араһында сәнәғәт, ауыл хужалығы, сауҙа, маркетинг һәм менеджменттың һәр өлкәһенән белгестәр бар. Был иң тәүҙә юғары звено етәкселеге, директорҙар һәм компаниялар хужалары. Улар үҙ аллы һәм эштәрен эскерһеҙ башҡара, йәғни хеҙмәттәре өсөн бер ниндәй ҙә финанс бүләкләү алмай.
Беҙҙең төбәктә PUM эксперттары менән төрлө тәҡдимдәр индерелгән, атап әйткәндә, супермаркеттың сауҙа залын ойоштороуҙы яҡшыртыу, ҡунаҡхана өлкәһендә уҡытыу һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш булдырыу, һөт заводы продукцияһы сифатын яҡшыртыу һәм етештереүсәнлекте күтәреү, йәмәғәт туҡланыу предприятиеһында транспорт һәм логистика, киң мәғлүмәт саралары идаралығының нәтижәле структураһы һәм стратегик планы буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары билдәләнгән.
PUM Европала иң эре «найм буйынса бюро» булып тора, ул 30 йылдан ашыу донъяның 70 илендәге урта һәм бәләкәй предприятиелар өсөн ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән проекттарға тәжрибәле эксперттар эҙләү менән шөғөлләнә. PUM-дың эше өсөн предприятиеның заявкаһы нигеҙ булып тора. PUM-дың урындағы вәкиле ҡатнашлығында предприятие консультацион ярҙам алыуға ғариза бирә. Заявканы ҡабул иткәс, Гаагалағы офис (Нидерландтар) практик тәжрибәһе һәм тәғәйен белеме булған экспертты эҙләй. Проектҡа әҙерләнгәндән һуң эксперт проект өҫтөндә берлектә эшләү өсөн билдәләнгән урынға юллана.
PUM эшмәкәрлеген Нидерландтар хөкүмәте һәм VNO-NCW эш биреүселәр ойошмаһы финанслай. Ошоноң арҡаһында ғариза биреүселәрҙең сығымы минималләштерелә. Ҡабул итеүсе яҡ проект ваҡытында эксперттың йәшәүенә генә түләй.
Ғариза яҙыу һәм PUM-дың эшләү алымдары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Волга буйы төбәгендәге PUM етәксеһе Хенк Тенбринке менән үтәсәк эшлекле осрашыу барышында алырға мөмкин буласаҡ. Тенбринке әфәндене Башҡортостандағы PUM вәкиле Гөлнара Лютова оҙатып йөрөйәсәк.
Эш осрашыуы Өфө, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1, 3-сө ҡат, 319 аудитория адресы буйынса үткәрелә. Алдан теркәлеү мотлаҡ. Бәйләнеш өсөн телефон: (347) 241-47-44.
Сара иртәнге 10-да башлана.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: