18:01 (UTC+5), 07 Мая 2010

9 майҙа Башҡортостанда яҙғы сәсеү планын үтәү 50 процентҡа етәсәк

Ғәлиә Нәбиева
Республика эшсәндәре 9 майҙа яҙғы сәсеү планы буйынса 50 процентҡа етергә ниәтләй. Бының өсөн бөтәһе лә бар, һауа торошо ла сәсеү кампанияһын тиҙ арала тамамларға булышлыҡ итә.
- Бөгөн республика баҫыуҙарында бар төп культураларҙы сәсеү бер үк ваҡытта алып барыла. Йылы яратыусы ҡарабойҙай менән кукуруз ғына иҫәпкә инмәй, - тип баҫыу эштәренә аңлатма бирә БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселекте интенсификациялау һәм мелиорация бүлегенең баш агрономы Таһирйән Мөхәмәтзиев.
Оператив мәғлүмәткә ярашлы, республикала яҙғы сәсеү 523 мең гектарҙа башҡарылған. Был планға ҡарата 27 процент. Шул иҫәптән яҙ сәселеүсе иген һәм ҡуҙаҡлылар культураһы 402 мең гектарҙы тәшкил итә. Шәкәр сөгөлдөрө 13600 гектар майҙанда сәселгән, планда ҡаралғандың был 21 процентын тәшкил итә. Параллель рәүештә май һыҡтырыуға көнбағыш та сәселә, уға 29000 гектар ер бүленгән (20%).
Сәсеү кампанияһы Саҡмағош районында һәйбәт ойошторолған. Бөгөнгө көндә был райондың ауыл хужалығы предприятиелары эшсәндәре планлаштырылған майҙандың 76 процентында яҙғы сәсеүҙе тамамлаған. Дүртөйлө районында сәсеү планда ҡаралғандың 63 процентында үткәрелгән, Туймазыла – 50 процент. 2010 йылғы сәсеү кампанияһының алдынғылары иҫәбендә Илеш, Бүздәк, Баҡалы һәм Мәләүез райондары хеҙмәтсәндәре, унда сәсеү 40 процент майҙанда үткән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика