Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.68
+0.01
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Май 2010, 17:51

Йәшелсәселәрҙең үҙ сәсеү осоро

Өфө районы игенселәре иген культуралары менән бер рәттән асыҡ ергә йәшелсәләр ултыртыу ҙа алып бара. Әлеге көнгә йәшелсә плантацияларына бүленгән 385 гектар майҙандың 106 гектарына сәселгән дә инде. Иң элек йәшелсәселәр һуған ултыртты. Бөгөн ул 60 гектар ерҙе биләй. Кишер, сөгөлдөр сәсеү алып барыла. Иртә өлгөрә торған кәбеҫтә үҫентеләрен асыҡ ергә ултыртыуға тотондолар. Районда икенсе икмәккә 704 гектар ер бүлделәр. Уны «Дмитриевский» совхоз-заводы ғына ултырта башланы. Йәшелсәселәр ҡала халҡын яңы витаминлы продукция менән тулы күләмдә тәьмин итеү өсөн бөтә агротехник алымдарҙы еренә еткереп үтәргә тырыша.
Районда иген культуралары майҙаны ярайһы уҡ ҙур. Яҙғы сәсеүҙе 20200 гектар майҙанда үткәрергә планлаштыралар.
— Бөгөнгө көнгә райондың ауыл хужалығы предприятиелары игенселәре 6700 гектар иген культуралары сәсте, - ти район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы баш агрономы Лилиә Нәбиева. – Көн һайын 1,5-2 меңәр гектарға арта бара. Тупраҡта дым запасының аҙ булыуын иҫәпкә алып, беҙ бөтә агротехник алымдарҙы ваҡытында һәм комплекслы үтәргә тырышабыҙ: культиваторҙар артынан шунда уҡ баҫыуға сәсеү агрегаттары сыға, һуңынан сәсеүлектәр тырматыла. Бының менән юғары уңыш алырға ынтылабыҙ.
Районда яҙғы сәсеүҙе 12 майға тамамларға планлаштыралар.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: