12:29 (UTC+5), 06 Мая 2010

Ваҡлап һатыу сауҙа өлкәһендә монополияға ҡаршы көйләү нормалары тикшерелә

Любовь Колоколова
Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы ҡарамағында ваҡлап һатыу сауҙа өлкәһендә конкуренцияны үҫтереү буйынса Эксперт советы төҙөлдө. Был советтың беренсе ултырышы 12 майҙа 15 сәғәттә «Башинформ» агентлығында үткәрелә.
Эксперт советы ваҡлап һатыу сауҙа өлкәһендә конкуренцияны үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында даими эшләүсе кәңәшмә органы сифатында төҙөлдө. Эксперттарға шулай уҡ төрлө власть органдарының һәм хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың Рәсәй Федерацияһының ваҡлап һатыу сауҙа өлкәһендәге монополияға ҡаршы закондарын күҙәтеүе менән бәйле мәсьәләләрҙе ҡарау ҙа йөкмәтелде.
Эксперт советы составына Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттең БР буйынса идаралығы, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе; сауҙа эшмәкәрлеге алып барыусы һәм тауарҙар менән тәьмин итеүсе хужалыҡ субъекттары, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы, БР Икмәк бешереүселәр союзы вәкилдәре инде.
Эксперт советы ултырышында «Рәсәй Федерацияһында сауҙа эшмәкәрлеген дәүләт көйләүе нигеҙҙәре тураһында» 381-се Федераль закон менән билдәләнгән монополияға ҡаршы көйләү нормалары тикшереләсәк.
Рәсәй Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы теләүселәрҙең барыһын да тикшереүҙә ҡатнашырға саҡыра. Һорауҙарҙы 7 майҙа 17 сәғәткә тиклем to03@fas.gov.ru электрон почтаһына йәки (347) 272-58-82 телефоны буйынса факс аша ебәрергә мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика