11:47 (UTC+5), 29 Апреля 2010

Эшҡыуарҙар 2009 йылға йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә пландар билдәләне

Любовь Колоколова
Башҡортостан баш ҡалаһы эшҡыуарҙары 2009 йылдағы эшенә йомғаҡ яһаны. Өфө хакимиәтендә Өфө эшҡыуарҙары союзы менән Өфө бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау ҡала фондының йыллыҡ дөйөм йыйылышы үткәрелде. Унда Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев һәм уның урынбаҫары Марат Ғәлиуллин ҡатнашты.
— Уҙған йыл бәләкәй бизнес өсөн генә түгел, тотош ҡала, республика һәм ил өсөн дә ҡатмарлы булды. Әммә тауарлыҡлы продукция күләме һәм сәнәғәт производствоһы индексы буйынса Өфөнөң күрһәткесе миллионлы ҡалалар араһында икенсе, ә түләүле хеҙмәтләндереүҙәр буйынса беҙ беренсе урынды биләйбеҙ, — тине Павел Качкаев үҙенең инеш һүҙендә. – Бында эшҡыуарҙарыбыҙҙың ҡаҙанышы ҙур.
Өфө эшҡыуарҙары союзының 2009 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән уның рәйесе Ольга Одинокова сығыш яһаны. Ул, уҙған йыл властың бизнесҡа ҡарата мөнәсәбәтендә һынылыш йылы булды, был финанс ярҙамы күләмдәрендә лә, бәләкәй һәм урта бизнес өсөн мөһим закон документтары ҡабул итеүҙә лә сағылды, тип билдәләне. Ольга Одинокованың һүҙҙәренә ҡарағанда, Эшҡыуарҙар союзының бөтә эшмәкәрлеге «БР Өфө ҡалаһы ҡала округында 2009 йылға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты яҡлау программаһы» сараларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелде.
Өфө бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау ҡала фондының эшмәкәрлеге тураһында отчет менән уның генераль директоры Сергей Елисеев сығыш яһаны. Ул, Фондҡа 10 йыл тулды, тип хәбәр итте. Был ваҡыт эсендә күп эшҡыуарҙар бәләкәй бизнес сиген үтеп, ҙур бизнесмендарға әйләнде. Элеккесә Фонд эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре араһында — эшҡыуарҙарға консультация, мәғлүмәт һәм финанс ярҙамы күрһәтеү. Былтыр өс инвестицион проекттар конкурсы үткәрелде, уларға 36,5 миллион һумға 29 заявка килде.
Фекер алышҡандан һуң ике ойошманың да эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек тип танылды. Шулай уҡ ревизия комиссияһы отчеты тыңланды, йыллыҡ отчет һәм бухгалтерия балансы, сығымдар сметаһы раҫланды, Эшҡыуарҙар союзының быйылға эш планы ҡаралды. Өфө эшҡыуарҙары союзы Советы составына үҙгәрештәр индерелде, яңы ағзалар ҡабул ителде. Йыйылыштың беренсе өлөшө «Иң яҡшы эшҡыуар» ҡала конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамланды. Бүләкләнеүселәр исемлегендә 21 кеше.
Йыйылышта ҡатнашыусылар һалым һәм пенсия закондарында үҙгәрештәр, 159-сы Федераль законды үтәү барышы һәм башҡа мәсьәләләр буйынса мәғлүмәттәрҙе тыңланылар. Тикшерер алдынан яңы белешмә системаһы – Өфө хакимиәте, «Респект» хоҡуҡ компанияһы һәм RB7.ru республика порталының берлектәге проекты тәҡдим ителде. Был терминал аша мэрға һәм башҡа етәкселәргә һорау бирергә, шулай уҡ хоҡуҡ тематикаһы буйынса кәрәкле мәғлүмәт алырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика