06:26 (UTC+5), 28 Апреля 2010

Сентябрҙә «Тамға-2010. МедиаИндустрия. Полиграфия. Реклама» күргәҙмәһе үтәсәк

Любовь Колоколова
28 сентябрҙән 30-ына тиклем Өфөлә Республика йылына арналған «Тамға-2010. МедиаИндустрия. Полиграфия. Реклама» XIII Төбәк-ара махсус күргәҙмәһе үтәсәк.
1993 йылдан башлап үткәрелеп килгән һәм хәҙер инде профессионалдар араһында яҡшы билдәле был форумды ойоштороусылар – БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ һәм Төбәк-ара полиграфистар ассоциацияһы ярҙамында Башҡортостан Республикаһының Полиграфистар ассоциацияһы, Башҡортостандың Журналистар союзы, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.
БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, форум Конгресс-холда үткәреләсәк. Унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән һикһәндән ашыу ойошма-экспонент урын аласаҡ.
Мәғлүмәт һәм нәшриәт-полиграфия комплексы үҫешендәге һуңғы ҡаҙаныштарҙы һәм тенденцияларҙы күрһәтеүҙән тыш, күргәҙмә сиктәрендә бер нисә презентация һәм ғәмәли саралар үткәреү планлаштырылған: киң мәғлүмәт саралары, нәшриәт эше һәм реклама өлкәһендәге белгестәр, ҡорамалдар менән тәьмин итеүселәр ҡатнашлығында семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, мастер-кластар, тренинг һәм дискуссиялар.
Бынан тыш, күргәҙмә сиктәрендә полиграфисттар, фотохәбәрселәр араһында, баҫма киң мәғлүмәт сараһының иң яҡшы веб-сайтына, иң яҡшы стенд презентацияһына һәм башҡа төрлө конкурстар үтәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика