06:00 (UTC+5), 28 Апреля 2010

Мортаза Рәхимов: Башҡортостанда энергия һаҡлау буйынса эштәр уңышлы алып барыла

Ғәлиә Нәбиева
27 апрелдә Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәре “Энергияны һаҡлау, энергетик һөҙөмтәлелекте күтәреү һәм РФ закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” Федераль законды тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Кәңәшмә видеоконференция режимында үтте. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашты.
— Яңы законда быйыл хәл ителергә тейешле ҡайһы бер саралар ҡаралыу сәбәпле, кәңәшмә йыйырға тура килде, – тине, видеоконференцияны асып, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота.
Кәңәшмәлә был законды тормошҡа ашырыу буйынса төбәктәрҙең эшенә баһа бирелде һәм артабанғы эш йүнәлештәре билдәләнде. Атап әйткәндә, энергетик һөҙөмтәлелекте күтәреү буйынса төбәк программалары әҙерләү, муниципаль учреждениелар һәм торлаҡ милекселәрен энергетика ресурстарын иҫәпкә алыу приборҙары менән тәьмин итеү мәсьәләләре күтәрелде. Төп бурыстар иҫәбендә — биш йыл эсендә бөтә бюджет ойошмалары энергетика ресурстарын ҡулланыуҙы 2009 йыл кимәленә ҡарата 3 процентҡа кәметергә тейеш.
— Энергияны һаҡлау буйынса сараларҙың дөйөм хаҡы 3 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк, — тине Тулы хоҡуҡлы вәкил. — Әлбиттә, бюджетта бындай средстволар юҡ. Закон туранан-тура энергия сервисы контракттары юлы менән шәхси средстволар йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Төбәктәргә методологик ярҙам күрһәтеү өсөн Рәсәй энергетика агентлығы төҙөлгән.
Григорий Рапота, Башҡортостанда энергияны һаҡлау проблемаһы менән күптән шөғөлләнәләр, һәм беренсе һөҙөмтәләргә өлгәшелгән дә инде, улар башҡа төбәктәр өсөн йүнәлеш булып хеҙмәт итергә тейеш, тип билдәләне.
— Энергяны һаҡлау мәсьәләләре — иҡтисадты үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды үҙ сығышында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов. — Беҙҙә 2003 йылда уҡ “2003 - 2005 йылдарҙа энергия һаҡлау” комплекслы программаһы эшләнгәйне. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә тулайым төбәк продуктының энергия талап итеүе 13 процентҡа кәмене.
Хәҙер республикала 2008-2012 йылдарға программа тормошҡа ашырыла. Уның һөҙөмтәлелеген 2009 йылда 74 муниципаль берәмектә һәм 95 бюджет ойошмаһында төп яғыулыҡ-энергетика ресурстарын файҙаланыу биш һәм унан да күберәк процентҡа кәмеүе асыҡ күрһәтә.
2002 йылдан алып Башҡортостанда Энергия һаҡлау үҙәге уңышлы эшләй.Үҙәк эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – энергия һаҡлауҙы пропагандалау, энергия сервисы хеҙмәттәре күрһәтеү, энергоаудит.
Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министрлығы энергоресурстарҙы экономиялау буйынса төбәк һәм муниципаль программалар әҙерләй. Был программалар быйыл 1 авгусҡа тиклем раҫланасаҡ.
—Федераль законға ярашлы, йыл һайын энергетика ресурстарын ҡулланыуҙы кәметеү кәмендә 3 процент тәшкил итергә тейеш, — тине Мортаза Рәхимов. — Республикала иһә, 2008 йылдан башлап бюджеттан финансланған ойошмалар өсөн ҡәтғиерәк талаптар ҡуйылған - йыл һайын экономия 5 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Шул уҡ ваҡытта төбәк башлығы Федераль законды тормошҡа ашырғанда республикала ҡайһы бер проблемаларға осрауҙарын билдәләне. 2011 йылдың 1 ғинуарына тиклем бөтә биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы энергетика ресурстарын иҫәпкә алыу приборҙары менән йыһазландырыу етди финанс сығымдары талап итә. Башҡортостан Президенты сығымдарҙы ҡаплау сығанаҡтарының береһе сифатында экономияланған коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр өсөн түләүгә тәғәйенләнгән средстволарҙы файҙаланырға тәҡдим итте.
Башҡортостан Президенты үҙ сығышында билдәләгән тағы бер проблема — федераль норматив һәм методик документтар әҙерләүҙе оҙаҡҡа һуҙыу.
Был мәсьәләләрҙә Башҡортостан Президентын башҡа субъекттар етәкселәре лә хуплап сыҡты.
Кәңәшмәлә Волга буйы федераль округына ингән бөтә субъекттарҙа был законды тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.
— Закон положениеларын үтәүгә сроктар бик ҡыҫҡа, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды, видеоконференцияға йомғаҡ яһап Григорий Рапота. – Бөтә иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр тейешле ведомстволарға еткереләсәк, — тип ышандырҙы ул.
5 майға тиклем Волга буйы федераль округында был Федераль законды тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөм төҙөләсәк. Уның составына округ субъекттары вәкилдәре инергә тейеш.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика