07:17 (UTC+5), 28 Апреля 2010

Кондитер изделиелар сифаты тикшерелде

Ғәлиә Нәбиева
БР Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм алкоголь продукцияһы әйләнешен һәм сифатын контролләү идаралығы менән ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән «Кондитер изделиелар сифаты» программаһы әҙерләнгән. Программа сиктәрендә Өфөнөң сауҙа селтәрҙәрендә ондан бешерелгән кондитер изделиелары һатып алынған. Бөтәһе 25 төрлө кондитер изделиеһы, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә етештерелгән 13 өлгө (52%) һайланған. Һайлап алынған изделиеларҙы лаборатория шарттарында тикшереү һөҙөмтәһендә, туғыҙының (36%) физико-химик һәм тәм күрһәткестәре буйынса ГОСТ талаптарына яуап бирмәүе асыҡланған. Бракка сығарылғандың етәүһе Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә етештерелгән.
Программа сиктәрендә ондан бешерелгән уртаса хаҡтағы кондитер изделиеларына дегустация үткәрелгән. БР Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм алкоголь продукцияһы әйләнешен һәм сифатын контролләү идаралығы мәғлүмәте буйынса, дегустация ике номинация буйынса ябыҡ ысул менән үткәрелгән. Ябыҡ дегустация бар изделиеларҙы объектив баһаларға мөмкинлек биргән. Өлгөләр сифаты буйынса технолог-кондитерҙар, белгес-эксперттар, контролләүсе ведомстволар вәкилдәре үҙенең һығымтаһын биргән. Белгестәр кондитер изделиеларын тышҡы күренеше һәм тәме буйынса баһалаған. Дегустация йомғаҡтары буйынса республика етештереүселәренең өлгөләре иң юғары баһаға лайыҡ булған. Иң күп мәрәйҙе Өфөнөң «Восход» икмәк берекмәһенең шоколадлы перәниге, Дүртөйлө икмәк заводының “Тәмлетамаҡ” печеньеһы алған.
Торт һәм пирожныйҙар араһында «Восход» берекмәһенең «Сәтләүекле-шоколадлы» торты йәнә иң тәмлеһе тип табылған.
БР Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм алкоголь продукцияһы әйләнешен һәм сифатын контролләү идаралығы белгестәре кондитер изделиеларын һатып алғанда уларҙың эшләп сығарылған көнөнә, яраҡлылыҡ ваҡытына, һаҡлау шарттарына иғтибар итергә саҡыра. Сөнки ситтә етештерелгән изделиеларҙы транспортлауҙа температура-дымлылыҡ режимын күҙәтмәүҙәре бар, тимәк, улар составына консерванттар ҡушылыуы мөмкин. Әгәр торт һатырҙан алда дефростация (иретеү) процесына дусар ителә икән, торт ҡабында мотлаҡ дефростация датаһы торорға тейеш, һәм шунан алып яраҡлылыҡ ваҡытын иҫәпләргә кәрәк. Маркировкала продукт һәм уны етештереүсе, эшләп сығарылған көнө һәм яраҡлылыҡ ваҡыты тураһында тулы мәғлүмәт бирелергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика