04:25 (UTC+5), 28 Апреля 2010

Өфө бюджетына ике айҙа 2,2 миллиарда һум килем килгән

Любовь Колоколова
Ағымдағы йылдың ғинуар-февралендә Өфө предприятиелары менән биш миллиард һум күләмендә баланс килеме алынған, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән бер ярым тапҡырға күберәк. Рентабелле булмаған предприятиеларҙың зыянға эшләүе лә уҙған йыл менән сағыштырғанда 2,8 миллиард һумға кәмегән. Зыянға эшләүсе предприятиелар өлөшө 2009 йылдың ғинуар-февралендәге 18,9 процентҡа ҡарата 17,7 процент тәшкил итте.
Ошондай һандар әйтелде Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендәге матбуғат конференцияһында.
Ағымдағы йылдың беренсе кварталында ҡала предприятиелары һәм ойошмалары менән бюджет системаһының бар кимәлдәренә лә 24,3 миллиард һум аҡса килгән, шуларҙан федераль бюджетҡа - 14,9 миллиард һум, йәғни 61%, Башҡортостан Республикаһы бюджетына — 7,7 миллиард һәм йәки 32%, Өфө бюджетына 1,7 миллиард һум йәки 7% аҡса күсерелгән.
Матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, ҡала округы бюджетына быйылғы ике айҙа, Рәсәй Федерацияһы бюджет системаларынан күсерелгәнде лә иҫәпкә алып, 2,2 миллиард һум килем килгән. Үҙҙәренең килеме 1,7 миллиард һум тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса ҡала планын 107,1 процентҡа үтәгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика