08:02 (UTC+5), 28 Апреля 2010

Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы «Хәтер» байрам акцияһын үткәрә

Любовь Колоколова
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты ярҙамында “Хәтер” акцияһын үткәрә.
Уҙған йылда «Хәтер» акцияһы Өфөлә генә үткәрелгәйне. Унда ҡулланыусылар баҙарынаң 428 предприятиеһы ҡатнашты, 25 меңдән ашыу кеше хеҙмәтләндерелде.
Быйыл ветерандарға һәм уларға тиңләштерелгән граждандар категорияһына социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында үткәреләсәк акцияла республиканың муниципаль район һәм ҡала округтарының халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм сауҙа предприятиелары ҡатнашырға иҫәп тота. БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта 18 муниципаль берәмек акцияла ҡатнашырға теләк белдергән, сауҙа предприятиелары-ҡатнашыусылар иҫәбе һәм улар менән аҙыҡ-түлеккә һәм иң кәрәкле әйберҙәргә ташламалар күләме асыҡлана. Бер Өфөлә генә 465 сауҙа предприятиеһы ҡатнашырға планлаштыра.
Байрам көндәрендә селтәрле сауҙа предприятиелары тауарҙың бар ассортиментына ташлама эшләргә ниәтләй. «Пятерочка» һәм «Байрам» сауҙа селтәрҙәре республика территорияһындағы бөтә предприятиеларында ла ташламалар яһаясаҡ.
Был предприятиеларҙан тыш, ветерандарға һәм уларға тиңләштерелгән граждандарға башҡа төрлө милектәге предприятиелар ҙа (шәхси эшҡыуарҙар, сауҙа-сервис комплексы, бәләкәй магазиндар һәм башҡалар) социаль ярҙам күрһәтәсәк.
Мәҫәлән, Өфөнөң Октябрь районында шәхси эшҡыуар Иҙрисовтың «Хазина» һәм «Ихлас» магазиндарында һатыуға ҡуйылған бар ассортиментҡа, шулай уҡ «Вкусные продукты» магазинында кондитер изделиеларға 20 процентлы ташламалар билдәләнгән. «Новое поколение» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 10-15-процентлы ташламаларҙан тыш һәр ветеранға бүләк тә тапшырыласаҡ. «Персей» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, «Корсо» сауҙа-сервис комплексында, «Королев урамындағы» баҙарҙа - 5 процентлы, «Башҡортостан» сауҙа үҙәге асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә 10 - 20 процентлы ташлама ҡаралған. Ветерандар ғаиләһендә йәшәүсе йорт хайуандары өсөн «Ветна» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 10-процентлы ташлама тәҡдим итә. Хужалыҡ кәрәк-ярағы менән сауҙа итеүсе магазиндар («Любимая дача», 11-се магазин, шәхси эшҡыуар Белогуровтың «Хозтовары» магазины) 5-10 процент ташлама бирә.
Орджоникидзе районында «Урал» сауҙа-сервис комплексында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы танытмаһын күрһәткәндә 10 апрелдән 9 майға тиклем иткә 20 процентлы ташлама бирелә. «Лопатино» сауҙа-сервис комплексында ветерандарҙы бар ассортиментҡа 10 процентлы ташлама менән ҡыуандырасаҡтар.
Өфөнөң Совет районында шәхси эшҡыуар Кумпан («Милли»эспрессо-бары) байрам көндәрендә бар ассортиментҡа 30 процентлы ташлама тәҡдим итә. «Добрый день — Косметик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һатып алған тауарға өҫтәп бүләк тапшырыласаҡ.
Дим районындағы «Лео» магазинында («Прима» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт) тауар һатып алғанда һәр ветеранға бер ҡап кәнфит тәҡдим ителә.
Шулай уҡ республиканың һәр муниципаль берәмегендә ветерандарға аҙыҡ-түлек йыйылмаһын бушлай тапшырыу ҡаралған.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика