10:54 (UTC+5), 28 Апреля 2010

Агидол-2 етештереүсе ҡулайлама сафҡа индерелде

«Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә техник яҡтан үҙгәртеп ҡороу үткәрелгәндән һуң сифат буйынса донъялағы иң яҡшы аналогтарға торошло Агидол-2 антиоксидантын етештереүсе ҡулайлама яңынан эшкә ҡушылды. Предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡулайлама ҡеүәте – йылына 1500 тонна. Был бар Рәсәй баҙары ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирә.
Агидол-2 изопрен каучуктың, синтетик бутадиен каучуктың (СКД), бутил-каучуктарҙың, АВС-пластиктың асыҡ төҫтәге маркаларын тотороҡло хәлгә килтереү өсөн файҙаланыла. Яңы продукттың мөһим үҙенсәлеге – аҙ миҡдарҙа ҡулланғанда ла ҙур һөҙөмтәлелеге: Агидол-1 антиоксидантын ҡулланғанға ҡарағанда ул 4 тапҡырға кәмерәк күләмдә талап ителә.
Агидол-2 антиоксидантын потенциаль ҡулланыусылар: «Нижнекамскнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Воронеж, Ефремов, Тольятти ҡалаларындағы синтетик каучук заводтары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика