Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Апрель 2010, 14:55

Бер нисә махсус күргәҙмә асылды

Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында «Ҡала ситендәге йорт. Сәскәләр. Ландшафт дизайны-2010» VI махсус күргәҙмә-йәрминкәһе асылды. Уны ойоштороусылар – БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы ярҙамында «Лигас» Күргәҙмә комплексы һәм Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы. Ошонда уҡ «УрманТехАғас эшкәртеү-2010», «Мебель. Интерьер», «Аҙ ҡатлы һәм ағас йорттар төҙөлөшө-2010» махсус күргәҙмәләре лә эшләй башланы.
Күргәҙмәлә бөтәһе Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән — Мәскәү, Новосибирск, Екатеринбург, Һамар һәм башҡа ҡалаларҙан 100-ләп предприятие ҡатнаша.
«Ҡала ситендәге йорт. Сәскәләр. Ландшафт дизайны-2010» тематик бүлектәрендә индивидуаль төҙөлөш, ландшафт проекты төҙөү, флористика, баҡса инвентары, балалар уйын майҙансыҡтары, орлоҡтар, декоратив ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар ҡуйылған. Ойоштороусыларҙың фаразлауынса, сараның маҡсаты әүҙем йәшәү рәүеше һәм ял итеү өсөн бөтә шарттар булған экологиялы йәшәү мөхите булдырыуҙың заманса өлгөләрен күрһәтеүгә ҡайтып ҡала.
«УрманТехАғас эшкәртеү-2010» махсус күргәҙмәһенең төп бурысы булып был сәнәғәт тармағы хеҙмәткәрҙәрен төп ватан һәм сит ил етештереүселәренең яңы ағас эшкәртеү ҡорамалдары: станоктар, технологиялар, инструменттар менән таныштырыу тора.
Икенсе проект — «Мебель.Интерьер-2010» мебель индустрияһы белгестәренең, продукция етештереүселәрҙең һәм тәьмин итеүселәрҙең күмәртәләп һәм ваҡлап һатып алыусылар менән осрашыу урыны булып торасаҡ.
Махсус күргәҙмәләр үҙ эштәрен 30 апрелдә тамамлаясаҡ.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: